Халыҡтың яратҡан урынына әйләнер20.05.2014
Халыҡтың яратҡан урынына әйләнер
Баш ҡалабыҙҙың Урмансылар паркы урынлашҡан өлөшө экологик яҡтан иң таҙа биләмәләрҙең береһе иҫәпләнә. Бындағы кеүек йәшеллек Өфөнөң башҡа бер ерендә лә юҡ.

Әммә, гәзитебеҙҙең 90-сы һанында хәбәр итеүебеҙсә, 100 гектарҙан ашыу майҙанды биләгән Урмансылар паркының хәле шәптән түгел. Ҡышҡыһын бында, әлбиттә, тынысыраҡ: рәхәтләнеп саңғы шыуырға, көрт баҫмаған юлдан йәнлектәр йәшәгән вольерҙы барып күрергә мөмкин. Йәйгеһен иһә паркты күңел асырға яратыусылар “шәхси йорто” итеп ала, һөҙөмтәлә ул киске мажаралар майҙанына, сүп-сар ояһына әйләнә. Вольерға килгән кешеләр йәнлектәрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен күреп, йөрәге әрнеүҙән бында башҡа аяҡ баҫырға ла ҡурҡып торор...
Һөйөнөскә күрә, тиҙҙән парктың бындай хәле төштә генә булғандай онотоласаҡ: Президент Рөстәм Хәмитов уны төҙөкләндереү мәсьәләһен шәхси контроленә алды. Тәүге аҙым яһалды ла инде: 17 майҙа республиканың барлыҡ министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре (барыһы өс меңгә яҡын кеше) биләмәне сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан таҙартты, асыҡ урынға шыршы үҫентеләре ултыртты. Акцияла төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Халыҡтың яратҡан урынына әйләнер— Өфөнөң үҙәгендә бының һымаҡ ҙур йәшел биләмә юҡ, — тине Президент. — Унда тәртип булдырырға, тәбиғәтен һаҡларға, халыҡҡа ялын матур үткәреү өсөн шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ.
Республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллиндың әйтеүенсә, өмәлә шыршы ултыртылған ерҙә балаларға уйын майҙансығы булдырыласаҡ. Шулай уҡ парктағы барлыҡ юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы төҙөкләндереү, һәр 20 метр һайын яҡтыртҡыстар ҡуйыу планлаштырыла. Йәшел биләмә тотошлай кәртәләп алынасаҡ, уға ике-өс ерҙән инеү мөмкинлеге буласаҡ. Әлеге аҡландарҙа футбол, мини-футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары төҙөү күҙаллана. Эскәмйәләр, сүп-сар һалыу өсөн урналар, биобәҙрәфтәр ҡуйыу ҙа планда бар. Йәнлектәр йәшәгән вольерҙы ла ыңғай үҙгәрештәр көтә. Ғөмүмән, Урмансылар паркы халыҡтың иң яратҡан, рәхәтләнеп ял итер урынына әйләнәсәк, баш ҡала тормошонда үҙенең күптәнге лайыҡлы урынын биләйәсәк.
— Проектлауҙы быйыл башлайбыҙ, киләһе йылда иһә төҙөкләндереүгә ныҡлап тотонасаҡбыҙ, — тине Президент. — Эш 2016 йылға теүәлләнергә тейеш.


Вернуться назад