Аҡ майҙарҙа аҡ вәғәҙәләр17.05.2014
Рәмил Сурағолов һүҙҙәре,
Роберт Тимербаев көйө.
Был донъяның, беләм, төрлө сағы була,
Шатлыҡтары була, ҡайғылары.
Ҡайғыларҙы, шатлыҡтарҙы үҙ итеүсе
Әлдә һин бар, минең һөйгән йәрем.
Ҡушымта:
Аҡ майҙарҙа аҡ вәғәҙәләр
Бирешкәйнек беҙ йәнем.
Яратыусы, кисереүсе
Әлдә һин бар, йән-йәнем.
Инде нисә йылдар уҙған бер-бер артлы
Беҙ ҡауышҡан яҙҙар үткәнгә.
Саф хистәрҙе берүк, иркәм, юғалтмайыҡ
Тормош йомғаҡтарын һүткәндә.
Ҡушымта.