"Әп" итергә онотмағыҙ17.05.2014
Табиптар эшкә киткәндә ҡатынын даими үпкән ирҙәрҙең, тейешенсә хушлашмай, ҡабалан-ҡарһалан сығып йүгергәндәренә ҡарағанда, уртаса биш йылға оҙағыраҡ йәшәүен асыҡлаған.

Никахлылары ныҡлыраҡ
Никахтарын теркәткән парҙарҙың биш йыл йәшәгәндән һуң 20 проценты айырылышһа, никахтарын рәсмиләштермәгән ғаиләләрҙең 49 проценты тарҡала.
Законлы никахта 10 йыл бергә донъя көткән ғаиләләрҙең — 33, ә яуаплылыҡ алмай йәшәгән парҙарҙың 62 проценты артабан бергә булмай.

Тәүге мөхәббәт һүрелмәй
Тәүге мөхәббәтең менән ҡауышып, оҙаҡ һәм бәхетле йәшәп буламы? Һөйгәнең менән ҡауышырға кәрәк икән, йәмәғәт, сөнки миҫалдар һис тә күңелде һүрелдерерлек түгел. Статистика буйынса, биш ир-аттың икәүһе тәүге тапҡыр ғишиҡ булған ҡыҙына өйләнә.

Йола беҙгә килгән
Туй тантанаһында никахлашыусыларҙың үбешеү йолаһы боронғо Римдан таралған. Ул саҡта, әлбиттә, мәғәнәһе башҡасараҡ булған. Туй контракт кеүек ҡаралған, ә үбешеү килешеүҙе нығытыусы үҙенсәлекле мисәт хеҙмәтен үтәгән.

Ни өсөн туй балдағы кейелә?
Ни өсөн туй балдағы сығанаҡ бармаҡҡа кейелә? Был йола боронғо Египет кешеләренән таралған, ошо ғөрөф-ғәҙәтте гректар һәм Рим халҡы үҙ иткән. Сәбәбен йөрәккә тура барыусы мөхәббәт тамыры сығанаҡ бармаҡ аша үтә тип аңлаталар.


Вернуться назад