Бергә йәшәп, рекорд ҡуйғандар17.05.2014
Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Әммә илаһи тойғоно, тоғролоҡто һаҡлау, бер-береңә ихтирам күрһәтеү әлеге заманда ғүмер юлын парлап үтеүселәрҙең барыһының да көсөнән килмәй. Шул уҡ ваҡытта ғәйәт оҙаҡ иңгә-иң терәп йәшәп, оло хөрмәткә лайыҡ ғаиләләргә лә миҫалдар аҙ түгел.

Тайвандән 103 йәшлек Ли Юнг-Янг һәм 102 йәшлек Янг Ван донъяла иң ҡарт ғаилә пары тип рәсми танылған.
Улар 2003 йылда, 85 йыл бергә ғүмер иткәндән һуң, Гиннесстың "Рекордтар китабы"на индерелгәндәр. Никахтары 1917 йылда теркәлгән. Уларҙың балаһының, ейән-ейәнсәренең, бүлә-бүләсәһенең һаны — 110. Күркәм ваҡиғаны билдәләү өсөн шуларҙың ҡырҡы йыйылған
Был ғаилә рекорд ҡуйыусыларҙың тәүгеһе түгел. Унан алда 83 йыл бергә ғүмер иткән Америка кешеләре беренсе һаналған.
Тағы бер ғаилә никахта 86 йыл йәшәгән. Филопос һәм Соссани Томастарҙың туйы, һинд йолаһы буйынса, бик иртә булған. Кейәүгә — 13, кәләшкә 12 йәш сағында. Тәүге балалары туйҙан һуң 15 йыл үткәс тыуған. Әле Томастарҙың ете балаһы, 15 ейән-ейәнсәре һәм 19 бүлә-бүләсәһе бар.


Вернуться назад