Өйләнерҙән алда һәр кем бына нимәләр тураһында уйланырға тейеш:
* Кем менән туғанлашырға уйланың?
* Ғаиләңә килер кеше туғандарыңды, мөлкәтеңде, йолаларыңды, ғөрөф-ғәҙәтеңде үҙ итерме? Атай-әсәйең менән аңлаша алырмы? Уларҙы һанға һуғырмы?
* Уның йәшәү маҡсаты ниндәй?
* Тормошҡа ҡарашы, йәшәү рәүеше һинекенә тап килерлекме?
"Күңелегеҙгә хуш килгән ҡатын-ҡыҙға өйләнегеҙ" Ғаилә — Аллаһы Тәғәлә әмере буйынса ҡоролған илаһи бер мәктәптер. Был мәктәптең уҡытыусылары — ата-әсәлер. Әҙәм балаһы ошонда үҙенә, милләтенә, ғаиләһенә, диненә ҡарата булған вазифаларын үтәргә өйрәнер. Ғаилә тәрбиәһе кешенең динле, әхлаҡлы үә һәр яҡтан яҡшы булыуында, көндәлек тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә.
Ҡөрьән Кәримдә Аллаһ кешеләрҙе өйләнешергә өндәй: "Күңелегеҙгә хуш килгән ҡатын-ҡыҙға өйләнегеҙ..." ("Ниса" сүрәһе, 3-сө аят).
Ғаилә — милләттең бәләкәй бер киҫәге. Ул ҡеүәтле булһа, милләт тә көслө булыр, шуға күрә Ислам дине ғаиләгә бик ҙур әһәмиәт бирә. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: "Кемдең хәленән килә, өйләнһен", – тигән.
Билдәле бер йәшкә еткәндән һуң башлы-күҙле булып, балалар үҫтереү, дине һәм милләте өсөн яуаплылыҡ алыу хәленән килгән һәр бер мосолманға фарыздыр. Өйләнеү – яуаплы эш. Яңғыҙаҡ кеше был сауаптан өмөтһөҙ ҡалыр. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә былай тигән: "Дин буйынса, Аллаһ өсөн өйләнгән кеше диненең яртыһын үтәгән булыр. Икенсе яртыһы өсөн дә Аллаһҡа һыйынһын, Аллаһҡа таянһын".
Никах менән никахһыҙ тороу араһында ҙур айырма бар. Никах, Аллаһ ҡушҡан сауаплы бер эш булған хәлдә, ике кешенең никахһыҙ йәшәүе — Аллаһ тарафынан ҡәтғи тыйылған үә хәрәм ҡылған бер эштер. Никах – дингә үә милләткә хеҙмәттер. Никахһыҙ бергә йәшәү — нәфсегә үә шайтанға хеҙмәттер.
Никах – һәр милләттең нигеҙелер. Никахлашып өйләнешеү бөтһә, милләт тә бөтөр. Был — илаһи бер ҡанундыр.
Ғаилә ҡороусылар өйләнеүҙең дини үә милли бер мәсьәлә булғанын онотмаһа, парлашҡас, үҙ-ара яҡшы торор, ваҡ ҡына мәсьәләләрҙе ҙурайтып, төрлө хәлдәр килтереп сығармаһа, ҡайғы һәм шатлыҡтарын уртаҡлашып, бер-береһенә таяныс, бер йән, бер тән булып йәшәр.