Йылмайып-көлөп кенә17.05.2014
* * *
Хәйләкәр ҡатын ире йәшергән әйберҙе һәр саҡ табыр. Башлыһы — теймәҫ, ә аҡыллыһы өҫтәп ҡуйыр.
* * *
Таныш ике ир һөйләшә:
– Быйыл отпускығыҙҙа ҡайҙа ял итергә бармаҡсыһығыҙ?
– Ҡатыным менән ғаилә ҡаҙнаһын иҫәпләп ҡараныҡ та, арымағанбыҙ икән әле, тип хәл иттек.
* * *
– Ҡәҙерлем, йөҙләп төр обой ҡараныҡ, ә һиңә береһе лә оҡшамай, – ти ир.
– Ярай, улайһа, үҙең һайла. Мин башҡаса бер һүҙ ҙә әйтмәйем.
– Бына ошоларҙы алабыҙ, – тип ир береһенә туҡтала.
– Юҡ, ул бит бигерәк аҡһыл, ә һүрәте эре, – ти ҡатын.
* * *
– Һаран менән йәшәргә теләмәйем, мә, никах балдағыңды кире ал, – ти ҡатын.
– Ә ҡумтаһы ҡайҙа? – тигән ир.
* * *
Ир иртән эшкә барырға әҙерләнә.
– Ҡәҙерлем, пинжәгемде таҙарттыңмы?
– Эйе, һөйөклөм.
– Ә салбарҙы?
– Әлбиттә, бергенәм.
– Ә туфлиҙы?
– Нимә, әллә унда ла кеҫәләрең бармы?
* * *
Алтын туйҙары ваҡытында "кейәү" бик бошоңҡо ғына икән. Ҡатыны эргәһенә килгән дә:
– Ҡәҙерлем, нимә булды? Балтаң һыуға төшкәндәй ултыраһың, – ти.
– Нисек кенә тип әйтергә инде...
Бынан 50 йыл элекке бер һөйләшеүҙе хәтерләнем. Судья атайың: "Шулай, улым, йә ярты быуатҡа төрмәгә ултыраһың, йә ҡыҙыма өйләнәһең", – тигәйне. Әгәр өйләнеүҙән баш тартҡан булһам, бөгөн иреккә сығыр инем тигән уй килде башыма.
* * *
Яҡшы ҡатын бер ваҡытта ла иренә ҡысҡырмай. Бойороҡ тыныс ҡына, аңлайышлы һәм аныҡ итеп бирелә.
* * *
Һәйәрең барлығын бөтә күрше-тирә белә. Ә фатирыңды талаһалар, барыһы ла ҡаты йоҡлаған була.
* * *
Ир өйөнә иҫереп ҡайтып инә. Ишекте асһа, ҡатыны баҫып тора, ә ҡулыңда – таба.
Ир:
– Бар, Ғәлимә, йоҡла, мин ас түгел, – ти.
* * *
Ир курортҡа бер үҙе китә. Бер аҙнанан ҡатынына "Барыбер һине генә яратам!" тип смс-хәбәр ебәрә.
Ҡатыны былай тип яуап яҙа: "Һин дә әлегә иң яҡшыһы!".
* * *
– Үҙем боксҡа яҙылдым, ҡатынымды — каратэға.
– Шунан?
– Хәҙер бөтөнләй әрләшмәйбеҙ. Икебеҙ ҙә шөрләйбеҙ.