Ни күрһәң дә, яҡшыға юра18.05.2014
Ни күрһәң дә, яҡшыға юра Әсәйеңде күреү — яҡшыға; ғаилә бәхетенә.
Рәссам, рәсем төшөрөү — бәхет; мөхәббәттән уңыу.
Тәмәке күреү — эшең уңыр, мөхәббәттән уңмаҫһың.
Рауза өҙһәң — һөйгәнең тойғоһон белгертер.
Аҡ ләлә — тоғро мөхәббәт.
Мәк сәскәһе — шатлығың тиҙ үтер.
Ғашиҡлыҡ тойғоһо кисереү — тотанаҡлы булһаң, уңырһың; ашҡыныуыңды ауыҙлыҡла.
Төшөңдә һөйгәнең менән осрашаһың, ҡауышаһың икән — һыуыныуға.
Һөйгәнең менән айырылышыу — ҡауышыуға.
Никах — ығы-зығы, мәшәҡәт, бәлки, ғәйбәт.
Үҙеңдән өлкән кеше менән никахлашыу — сиргә һабышыу.
Ғаиләле көйөңә никахҡа инеү — яңылыш аҙымдан һаҡланыу кәрәк.
Үҙеңде кәләш итеп күреү — шатлыҡҡа, бәлки, алданыуға.
Туй күлдәге тапланһа, йыртылһа — бәхетһеҙлек.
Туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғылы, йәмһеҙ кейемле күренһә — яҡшыға түгел.
Туй — мәшәҡәт.
Һөйгәнеңде үбеү: яҡтыла — намыҫһыҙлыҡ, ҡараңғыла — хыянат.
Энә күреү — ыҙғышҡа.


Вернуться назад