Йәш егет атаһы янына бик ҡыуанып килеп инә.
– Атай, һөйөнсө, университетҡа уҡырға индем! Ниһайәт, үҙ бәхетемде таптым!
– Бик яҡшы, улым, – ти атаһы, — тырышып уҡырһың, ә артабан нисек булыр икән?
– Тик бишкә уҡып, дүрт йылдан диплом алам, унан, әлбиттә, университет менән хушлашам.
– Тағы ни эшләрһең икән? – тип ныҡыша атаһы.
– Унан инде бөтә көсөмдө һалып эшләйәсәкмен, шәп адвокат буласаҡмын.
– Шунан һуң?
– Унан инде өйләнермен, ғаилә ҡорормон. Балаларымды бағып, һәйбәт кеше итермен, матур һөнәр бирермен.
– Артабан?
– Хаҡлы ялға сығырмын. Ул-ҡыҙҙарыма ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡ кисерермен.
– Тағы нимә булыр?
– Артабан? – Егет уйлана. – Һуң, был донъяла берәү ҙә мәңге йәшәмәй. Бөтә кешеләр һымаҡ фанилыҡты ҡалдырырға тура киләсәк.
– Ә шунан һуң, ҡәҙерле улым, шунан һуң нимә буласаҡ? – тип ҡабатлап һорай ул ҡалтыранған тауышы менән.
Улы был юлы оҙағыраҡ уйлана ла ҡыйыуһыҙ ғына итеп:
– Рәхмәт, атай. Аңланым. Нәмәне онотҡанымды аңланым. Тормошта үҙ юлыңды табыу – иң мөһиме, — ти.
Ф. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.