Мөхәббәт юлы — мәңгелек17.05.2014
Яратыу һәм яратылыу —
Боронғо изге йола.
Үпкән-ҡосҡан елгә оса,
Яратҡан берәү була.
Берәү була, шул берәүҙең
Белмәйбеҙ ҡәҙерҙәрен.
Ул яратты, ә мин уны
Яратмай йәберләнем.
Шул көндәрем күңелемә
Һарылды һағыш булып.
Һәр минуты барған һайын
Тойола яңылыш булып.
Яңылышымды төҙәтергә
Һуң инде — теләһәм дә.
Ҡосағыма алалмайым,
Башҡанан көнләһәм дә.
Ғүмер кеүек берәү генә
Мөхәббәт — изге табыш,
Юғалтыуы — хәтәр яңылыш,
Яңылышыу — һары һағыш.
Мөхәббәт — изге табыш.