Матди-техник базаһы ныҡ булған мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы бер нимә менән дә аптыратмаҫһың, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Мультимедиалы проекторҙар, ноутбуктар, береһенән-береһе шәп компьютерҙар бөгөн һәр кемгә таныш һәм уларҙан башҡа көнитмеште күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә нисек һәм ниндәй ҡоролмалар нигеҙендә барлыҡҡа килгән һуң улар?
Был һорауға яуапты "Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары" конкурсында еңгән Краснокама районының Ҡуян урта мәктәбе уҡытыусыһы Алексей Попковтан һорау урынлы булыр. Балалар, ҡайҙандыр табып, диапозитив слайдтар килтерә лә уҡытыусынан ошо хаҡта һөйләүен һорай. Тап шул мәлдән Алексей Попковта мәктәптә техник мөйөш булдырыу, уны яңынан-яңы экспонаттар менән тулыландырыу теләге тыуа.
Тиҙ арала был мөйөш ҙур политехник музейға әүерелә. Советтар Союзы дәүерендә ниндәй техник ҡорамал булған — бында хәҙер барыһы ла йыйылған тиергә мөмкин. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында "Мәскәү патефон заводы" эшләп сығарған патефон үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән ололарҙы ла, кеселәрҙе лә әсир итә. Ә ул — хәҙерге уҡыусыларҙың олатай, өләсәй, әбей, бабайҙарының замандашы. 1960 йылдарҙа сыҡҡан "Рекорд-67" телевизоры, тоҡандырғас та бер аҙ ваҡыттан йылынып, эсендәге лампаларын емелдәтеп, 1-се канал яңылыҡтарын күрһәтә башлай... Шулай уҡ СССР маркалары, значоктар үҙҙәре айырым бер бүлмәне биләй.