“Әҙерһеңме? Һәр саҡ әҙер!”17.05.2014
19 май – пионер ойошмаһы барлыҡҡа килгән көн. Ошо уңайҙан республиканың ҡала һәм райондарында төрлө саралар үтәсәк. Ғөмүмән, атай-олатайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың кемеһе генә пионер булманы икән?! Улар ялҡынлы йылдарҙы һағынып иҫкә ала. Ә һеҙ пионер сағығыҙҙы хәтерләйһегеҙме һәм ойошманың тәрбиәүи ролен нисек баһалайһығыҙ?

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА, 1986 — 1990 йылдар пионеры, Аркадий Гайдар исемендәге дружина советы рәйесе:
– Беҙҙе пионерия сафына алған яҙ ҡар апрелдә үк иреп бөткәйне. Белем усағының иң яҡшы уҡыусылары муйындарыбыҙға галстук бәйләгәйне. Башҡа пионерҙар, комсомолдар алдында: "Мин, йәш пионер, иптәштәрем алдында илемде яратырға, Ленин ҡушҡанса яҡшы уҡырға ант итәм!"– тип ант биргәйнек. Мәктәптең пионер вожатыйы: "Коммунистар партияһы өсөн көрәшкә әҙер бул!" – тигәс, "Һәр саҡ әҙер!" – тип вәғәҙә бирҙек.
Пионерҙар дәүләткә металл, макулатура йыйыу, Тимур командалары ойоштороп, ололарға ярҙам итеүҙә, өмәләр ойоштороуҙа һәр саҡ алдынғы булды. Иң яҡшы уҡығандар, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандар район, республика слеттарына саҡырылды, "Артек", "Орленок" кеүек Бөтә Союз пионер лагерҙарына юллама менән бүләкләнде. Йылдар үтә, уның менән тотош быуындар ҙа үҙгәрә. Бөгөнгө заман балалары араһында Владимир Ильич Лениндың кем икәнен дә белмәгәндәрҙең булыуы ҡыҙғаныс. Беҙҙең мәктәп йылдары пионер булыуыбыҙ, нимәгәлер инанып йәшәүебеҙ, шәхес булараҡ камиллыҡҡа ынтылыш тәрбиәләгән ойошма эше менән йәмле булған икән.
Марат ҠӘҘЕРҒОЛОВ, Өфө ҡалаһы:
— Хәтерләмәгән ҡайҙа?! Йәштәр ҙур теләк менән ойошмаға ылыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пионер хәрәкәтенең бәҫе төштө. Әлбиттә, республикала ул 20 йыл элек "Башҡортостан пионерҙары" исеме аҫтында яңынан тергеҙелде, әммә, кем әйтмешләй, заман башҡа — заң башҡа. Бөгөнгө йәштәр уны барыбер ҙә башлыса тарих күҙлегенән генә өйрәнә.
Маһира НИҒМӘТУЛЛИНА, Благовар районы:
— Пионер йылдарын гел йылы тойғолар менән генә хәтерләйем. Дөйөм алғанда, тәү сиратта тәрбиә өлкәһендә ярҙамы ҙур булды, минеңсә. "Икеле" алып ҡына ҡара — өлкән кластарҙа уҡыған комсомол ағай-апайҙар кәрәгеңде лә бирер. Ҡурҡыу түгел, ә ололарға, йәмғиәткә, ғөмүмән, шул заманға хөрмәт билдәһе ине был.
Айрат ЗАМАНОВ, Нефтекама ҡалаһы:
— Ҡыҙыл галстук тағып йөрөү, уны көн дә тиерлек йыуып, үтекләү әле лә хәтеремдә. Бер көн уны өйҙә онотоп ҡалдырғанмын. Ҡайтып әйләндем. Дәрескә һуңлаһам да, галстук муйында ине.
Сәриә СОЛТАНОВА, Ауырғазы районы:
— Заманында ысын мәғәнәһендә илһөйәрҙәр, намыҫлы, ысын кешеләр тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булды. Элек пионер хәрәкәте IV кластан алып комсомол йәшенә тиклемге бөтә балаларҙы ла үҙенә йәлеп итә ине. Уның сафтарында тәрбиә һәм сынығыу алып, күпме билдәле шәхестәр үҫеп сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емерелгәнде тергеҙеүе ауыр. Шул арҡала бөгөн үҫмерҙәр урам тәрбиәһе ала — шуныһы үкенесле.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
яҙып алды.


Вернуться назад