Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте17.05.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре — Полянск линиялы магистраль газ үткәргестәр идаралығы машинисы Кеняйкин Александр Иванович, Авария-төҙөкләндереү эштәре идаралығы машинисы Петунин Евгений Сергеевич, Шаран линиялы магистраль газ үткәргестәр идаралығы механигы Рафиҡов Ришат Ғәзиз улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; Стәрлетамаҡ линиялы магистраль газ үткәргестәр идаралығы хеҙмәте начальнигы Воронов Андрей Васильевичҡа, Дүртөйлө линиялы магистраль газ үткәргестәр идаралығының диспетчер хеҙмәте начальнигы Ғәбитов Мөбәрәк Мөхәмәт улына, генераль директор Шәрипов Шамил Ғосман улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде.