Көн тимәй, төн тимәй тир түгә игенсе17.05.2014
Көн тимәй, төн тимәй тир түгә игенсе
“Ашҡаҙар” кооперативы иген үҫтереү буйынса төбәктә алдынғыларҙан һанала. Быға улар барлыҡ агротехник сараларҙы ваҡытында һәм теүәл үтәү арҡаһында өлгәшә.

Быйыл бында сәсеү тулыһынса No-till технологияһы буйынса алып барыла, йәғни культуралар ҡамыл өҫтөнә сәселә. Ашланған ер аш бирер, тиҙәр бит, баҫыуҙар башта глифосат төркөмөнә ҡараған гербицидтар менән эшкәртелә. Үҫемлектәр морон төртөп сыҡҡас, ике ҡат химик утау ойошторола.
Беҙ барғанда “Даниловка” бүлексәһендә бойҙай сәсеү менән мәшғүл инеләр. Орлоҡ төшкән рәттәр тип-тигеҙ һыҙат булып ята. Тупраҡҡа индерелгән ашлама ла тиҙ арала ирей. Быйыл “Ашҡаҙар” кооперативында ағыуланған, эшкәртелгән орлоҡто бер тонна һыйҙырышлы тоҡтарға тултырҙылар. Бындай ысул орлоҡ сифатын яҡшыраҡ һаҡлай, тәләфләнмәй ҙә.
Кооператив етәксеһе Илдус Хәлитов әйтеүенсә, яҙғы эштәргә ентекле әҙерләнгәндәр. 1300 тонна минераль ашлама ҡайтарылған, орлоҡтоң 30 проценты — элиталы, бөртөклөләрҙең юғары сортлыһы һатып алынған.
— Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәре 12 мең гектар майҙанды биләй, шуның 1800 гектарында ужым үҫтерәбеҙ. Әлегә байтаҡ майҙанда көнбағыш, кукуруз, ярауай сәселде, ә борсаҡ, һоло сәсеү тамамланды. 100 гектар тәшкил иткән шәкәр сөгөлдөрөн бер ҡат химик утаныҡ, — ти баш агроном Ғәзинур Ғарипов.
Хужалыҡ эшсәндәре бурыстарын теүәл атҡара. Районда тәүгеләрҙән булып ужымды, күп йыллыҡ үләнде өҫтәмә туҡландырғандар ҙа — улар. Эш ике сменала ойошторолған. Механизаторҙарға тәүлегенә дүрт тапҡыр ҡайнар аш бирелә. Бөтәһе лә махсус эш кейеме менән тәьмин ителгән.


Вернуться назад