Республика йортонда Рөстәм Хәмитов бер төркөм алдынғыларға продукция, тауар һәм хеҙмәттәр сифаты өлкәһендәге 2013 йылға Башҡортостан Президенты премияларын тапшырҙы.
– Әгәр ҙә "сифат" һүҙен цивилизациялы үҫеш юлындағы йәмғиәткә синоним тип ҡарайыҡ тиһәм, тамсы ла хаталанмам, – тине Рөстәм Зәки улы. – Етештергән тауарҙың һәм башҡарған эштең сифаты, ҡайһы ғына тармаҡты алып ҡарамайыҡ, йәшәйешебеҙҙә һәр ваҡыт мөһим роль уйнай. Кем дә кем бөтә талаптарға ла яуап биргән тауар сығара, шул ғына ҡатмарлы көрәштә еңеп сығыуға өлгәшә.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, төрлө мәкерле һәм хәйләле юлдан барғандарҙан, мутлашырға оҫтарып алғандарҙан кешеләрҙе һаҡлау өсөн ошо төшөнсә айырыуса кәрәк. Мәҙәниәт һағында тороу, тәбиғәтте ҡурсалау, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ғөмүмән, тормошто һәр йәһәттән дә сифатлы итергә кәрәк.
Премияға лайыҡ булған Ишембай нефть колледжының директоры Хәмит Баймырҙиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн белем усағында ике мең тирәһе студент иҫәпләнә, шуның өстән бер өлөшө ситтән тороп уҡый. Колледжды тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың һикһән проценттан ашыуы эшкә урынлаша, ә бүтәндәре юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә. Хәмит Хәйербара улы киләсәктә лә яҡшы белгестәр әҙерләүгә етди иғтибар бирәсәктәре хаҡында ышаныслы итеп әйтте.
— Быйыл беҙҙең шифахананың күркәм юбилейы, нәҡ шул осорҙа Һеҙҙең ҡулдан бүләк алыу икеләтә һөйөнөс, – тип Президентҡа рәхмәт әйтте "Красноусол" шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитов.