Етемдәр иламаһын17.05.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховҡа “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденын тапшырҙы.

Павел Астахов, Президент Рөстәм Хәмитов ошо вазифаны биләүенең тәүге көндәренән үк беҙ даими аралашабыҙ, мөнәсәбәттәр тәрәнәйә, тип билдәләне. Ул етем балаларға торлаҡ бүлеү буйынса эшкә ыңғай баһа бирҙе.
— Элегерәк 20-30 фатир бүленһә, 2010 йылдан был һан йылына 230-ға еткән, былтыр балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә 700-ҙән ашыу фатир асҡысы тапшырылған, — тине вәкил.
Павел Астахов Башҡортостанда баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә ярҙам күрһәтелгәненә иғтибар бирҙе. Төбәктә бындай ата-әсәләргә әсәлек капиталы күләмендә аҡса түләнә. Өҫтәүенә республика власы инвалид баланы уллыҡҡа алған осраҡта, аҡсалата пособие күләмен тағы ла 100 мең һумға арттырырға ҡарар итте.
Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа Ҡырымдың Белогорск районындағы балалар йортон шефлыҡҡа алыу мәсьәләһе тикшерелде. Павел Астахов билдәләүенсә, был — махсус учреждение. Ундағы 135 баланың яртыһы тыумыштан хәрәкәт итә алмай. Башҡортостан Президенты, республика балалар йортона мотлаҡ ярҙам итәсәк, тине.


Вернуться назад