— Мосолман атрибутикаһы йылдан-йыл күберәк һатыла. Уларҙы ҡулланыуға нисек ҡарайһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ошондай әйберҙәрҙе йорттоң диуарына йәки машина эсенә элеп ҡуйыр алдынан мәсеттә айырым доға уҡытып алырға кәрәкмәйме?
А. ЗАҺИТОВ.
Өфө районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: — Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Донъяла бик күп төрлө яҙыу бар. Уларҙың һәр береһе айырым хикмәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһыларының күңелгә тәьҫире һиҙелмәй ҙә кеүек, икенселәре иһә ниндәйҙер сихри көсө менән арбай. Араларында “Ҡөрьән Кәрим”дең яҙыуы айырым урын алып тора. Уны күргән һайын күңелдә ҙур шатлыҡ уяна, нур сағыла. Шуғалыр ҙа борон-борондан Ҡөрьән уҡыған, ятлаған кешенең олоғайғансы күҙе үткер, нурлы, күңеле бай, зиһенле булған.
Доғаларҙы, аят кәримәләрҙе күреү менән Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрәбеҙ. Тимәк, был һүҙҙәр иманыбыҙҙы яңырта, уға ҡеүәт бирә. Шуға күрә лә “Ҡөрьән Кәрим”дең сүрәләре, аят кәримәләре элек-электән мәсеттәрҙең, өйҙәрҙең диуарҙарына, көмбәҙҙәргә яҙып эленгән. “Йортта “Аятел көрси” булһа, унда Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте инер”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, яныбыҙҙа “Ҡөрьән Кәрим”дең сүрәләрен йөрөтөү, диуарҙарға, ишек баштарына доғалар ҡуйыу Исламға ҡаршы килмәй, киреһенсә, күңелебеҙҙәге иманды яңырта, тормошобоҙға бәрәкәт бирә.
Хәҙер “Аятел көрси” күптәрҙең машинаһының эсен дә биҙәй. Ул юлдарға фатиха биреп, изге сәфәр теләгәндәй. Күҙ алдында торғас, һәр кем машинаға ултырыу менән Аллаһ Тәғәләне иҫенә төшөрә, Раббыбыҙға йәнә бер шөкөр ҡыла. Был, әлбиттә, ифрат һәйбәт күренеш. Ғәрәп илдәрендә иһә самолет ҡуҙғалыр алдынан да, Ҡөрьән аяты уҡылып, доға ҡылына.
“Атрибутҡа доға ҡылдырырға кәрәкме?” — тип һорай ҡәрҙәшебеҙ. Быға оҡшаған ғәмәл христиандарҙа бар: “освещение” тип атала. Аңлатып әйткәндә, улар айырым бер байрамына, мәҫәлән, бәлеш бешерһә, шуны сиркәүгә алып барып йәнә доға уҡытып ала. Беҙҙә иһә һәр эштең башында “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!” тора. Ул әйтелә икән, иншаллаһ, барлыҡ уй-ниәтебеҙ тормошҡа ашыр, башҡараһы хеҙмәттәребеҙ хәйерле булыр.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мәсеттәрҙә, өйҙәребеҙҙә һәр төрлө мосолман атрибутикаһы булһын. Улар, әйтеп үткәнемсә, Аллаһ Тәғәләнең барлығына инандыра, иманыбыҙҙы нығыта, йәшәгән еребеҙгә нур өҫтәй, бәрәкәт бирә. Шул уҡ ваҡытта, аят-доға яҙылған әйберҙәрҙе элеп ҡуйыуҙан тыш, уларҙа әйтелгәндәрҙе уҡырға, мәғәнәһенә төшөнөргә, тормошобоҙҙа ҡулланырға тейешбеҙ. Шулай булһа, иншаллаһ, бәрәкәт тағы ла артыр.
Әлбиттә, әле һөйләгәндәр аша ғына Исламдың ғилеме аңлатылып бөттө тип әйтеү мөмкин түгел. Динебеҙ хикмәттәренең иге-сиге юҡ. Шул уҡ ваҡытта заман үтеү менән ғилем дә һаман алға бара. Тауға күтәрелгәндә офоҡ киңәйгәндән-киңәйә барған шикелле, “Ҡөрьән Кәрим”дең мәғәнәһе, унда булған бөйөк хикмәттәр туҡтауһыҙ асыласаҡ. Аллаһ Тәғәлә, һәммәбеҙгә лә динебеҙ биргән киң мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ошо ғилем юлында алға барырға насип ҡылһын, аҙашыуҙарҙан, хата юлдан китеүҙән һаҡлаһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.