Быйыл мартта Иглин ҡасабаһында йәшәгән Зөлхизә Бәхтиеваның яман сиргә дусар булыуы хаҡында белдергәйнек. Тотош республика халҡының тиерлек ярҙамы менән яҡташыбыҙ әле Германияла дауалана.
Зөлхизәгә алты химия терапияһы, ун гипертермия курсы билдәләнде. Тағы ла ниндәй дауалау алымдары кәрәклеге эш барышында күренәсәк. Зөлхизә әле химия терапияһының икенсе курсын үтә. Хәленә зарланмай, сабыр ғына түҙә. “Дауаланыуҙың икенсе курсын 9 майҙа — Еңеү көнөндә — башланылар. Был миңә тағы ла ҙур көс өҫтәне, сиргә бирешергә уй юҡ!” — ти ышаныс менән яҡташыбыҙ.
Зөлхизәгә билдәләнгән курстарҙы тотошлай үтеп бөтөү өсөн 800 мең һум аҡса кәрәк әле. Ике бала әсәһенең өмөтө өҙөлмәһен, уға ярҙам итеүҙе дауам итәйек, хөрмәтле туғандар!
Һаҡлыҡ банкынан алынған
карта номеры —
4276 06001098 2166
“Яндекс-аҡса” — 410011029721786
“Кредит Европа Банк” —
5570 5663 4313 1420
“QIWI-кошелек” — +79093500939
“Рaypal” — [email protected]