Гәзиттең үткән һандарының береһендә хәбәр итеүебеҙсә, Өфө ҡалаһында йәшәгән Рәйсә Ғәйфуллина ауыр һынау кисерә: улы Эрнст ҡаты сиргә һабышҡан. 2009 йылғы малай тыумыштан һау-сәләмәт булған, бер йәше тулып уҙғас иһә сәләмәтлегендә кире үҙгәрештәр һиҙелә башлаған. Рәйсә Зөфәр ҡыҙы уны тыуғанда уҡ уллыҡҡа алған булған.
Эрнстҡа эпилептик энцефалопия, Леннокс-Гасто синдромы, нервы системаһының органик зарарланыуы эҙемтәһендә барлыҡҡа килгән телмәр һәм хәрәкәт үҫеше тотҡарлығы, атактик синдром, күреү нервыларының өлөшләтә атрофияһы, аңҡау биҙенең гипертрофияһы тигән диагноз ҡуйылған. Израилдәге Хаим Шиба исемендәге дәүләт дауаханаһында малайға ярҙам итергә теләк белдергәндәр. Хаҡы, әлбиттә, ҡиммәт: дөйөм алғанда, бер миллион һум тирәһе. Өҫтәүенә, тикшереү үткәс, операция талап ителеүе бар. Әйтеүҙәренсә, уның ике миллион һумға етеүе ихтимал. Әсәй кешенең ундай аҡсаны табыу мөмкинлеге юҡ.
Хөрмәтле туғандар! Ауыр хәлдә ҡалған әсәгә хәлебеҙҙән килгәнсә аҡса йыйыуға булышлыҡ итһәксе. Күл тамсынан йыйыла, ти халыҡ. Рәйсә Ғәйфуллинаның “УралСиб” банкынан бирелгән картаһының номеры — 4406 6650 0821 4886.