Аҙанға күмелер Ишмулла ере16.05.2014
Халҡыбыҙға мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовты бүләк иткән изге ерҙә — Иҫке Яҡуп ауылында — мәсет тергеҙеләсәк.

Мәғлүм булыуынса, бында иман йорто халыҡтың көсө менән 1861 йылда төҙөлгән. Янындағы мәҙрәсәлә 220-нән ашыу ир-ат, 120-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ уҡыған.
Заманында ошондай киң күләмле эшмәкәрлек алып барған мәсетте тергеҙеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында Йылайыр ауылында (24 майҙа) һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылында (25 майҙа) хәйриә концерттары ойошторола. Унда данлыҡлы ҡурайсы Азат Айытҡолов, билдәле йырсылар Ғәзим Ильясов, Нурия Абдуллина, Нәркәс Сиражетдинова һәм башҡалар ҡатнаша.



Вернуться назад