Рәхмәт ауылы һуңғы осорҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. 2006 йылда яңы мәктәп асылғандан башлап халыҡтың йәшәү рәүеше айырыуса йәнләнде: мәҙәниәт йорто гөрләп эшләй, газ торбалары һалына башланы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңыш йылмайҙы... Күптән түгел иһә изге ерҙә иман йорто ла асылды.
Был эштәрҙең башында рәхмәттәрҙең ҙур ғорурлығы, Башҡортостаныбыҙҙың танылған шәхесе Фирҙәүес Хисамитдинова тора. Уның төбәктең тарихын тәрән өйрәнеүе, хәстәрлеге ауылдаштарының көс-ҡеүәтен арттыра, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға этәргес бирә. Заман талаптарына ярашлы белем усағы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының тырышлығына бәйле асылғайны. Әле “Аҡмәсет”тең ҡалҡып сығыуы ла — ныҡышмал, халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың хеҙмәте һөҙөмтәһе. Яҡташыбыҙҙың фекерҙәре иман йортон төҙөүгә төплө нигеҙ булды, аҡсалата тос ярҙамды ла тәүгеләрҙән булып Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы күрһәтте. Ауылдаштары башланғысты дәррәү күтәреп алды, һәр береһе эшкә хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерҙе: кирбес һалды, ер ҡаҙҙы, һыу ташыны... Был, әлбиттә, рәхмәттәрҙең дуҫ, татыу, берҙәм йәшәүе хаҡында һөйләй. Өҫтәүенә ауылда тыуып, ситтә тормош ҡорғандар ҙа аҡсалата ярҙам итеп, мәсеттең тиҙерәк асылыуына булышлыҡ ҡылды.
Иман йортон асыу тантанаһы һәр кем өсөн күркәм, тулҡынландырғыс байрам булды. Ҡатын-ҡыҙҙың ситтән килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт кейемендә, милли аштарыбыҙ менән ҡаршылауын күреү үҙе үк ҙур шатлыҡ ине.
Һәр эш фатиха алыуҙан башлана. Рәхмәттәргә изге теләктәр мул яуҙы ул көндө. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов сығышында Рәхмәт ауылы халҡының мәсет асыуҙағы әүҙемлеген билдәләне, төбәктең матур киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлауын әйтте. Аҙан һәр ерҙә ишетелеп торһон тигән теләктә иман йортона ҙур аппаратура бүләк итте ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, шулай уҡ сит илдән килгән ҡунаҡтар — Төркиәләге Истанбул университетының Евразия институты директоры урынбаҫары Исмәт Бинәр, уның дуҫтары — “Аҡмәсет”тең нигеҙе ныҡлы, рәхмәттәрҙең киләсәге яҡты булыуын теләне. Башҡортостандың “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов иһә иман йортона 400 тирәһе дана “Дини календарь” бүләк итте.
Оҙон юлды яҡын итеп, тантанаға Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да килгәйне.
— Өфөнән Әбйәлилгә еткәнсе һоҡланып туя алманым: ни ҡәҙәр матур беҙҙең Башҡортостан! — тине Тәлғәт Сафа улы. — Урмандары, йылғалары, күлдәре генә түгел, халҡы ла матур, бай күңелле уның. Быға һеҙҙә тағы ла бер тапҡыр инандым. Ауылығыҙҙың исеме генә ни тора: Рәхмәт! Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте төшкән ер. Бынау ҡәҙәр ҙур мәктәбегеҙ булғас, төбәктең киләсәге өмөтлө икәнлегенә ышанмау мөмкин түгел!
Бынан 33 йыл элек тотош Башҡортостанда 16 ғына мәсет ине, хәҙер улар 1 200-гә етте. Манаранан аҙан әйтелгән һайын шайтан ҡаса. Хәҙер беҙҙә был изге моң меңдән ашыу мәсеттән яңғырай икән, боҙоҡлоҡҡа урын ҡалмаҫ, тигән һүҙ, әл-хәмдү лил-ләһ.
Тантана өйлә намаҙы менән дауам итте. Аҙаҡ рәхмәтле рәхмәттәр ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡ менән һыйланы, аш янында тормош, киләсәккә хыялдар, берҙәм йәшәү мөһимлеге, балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләү хаҡында һүҙ барҙы.
Әйткәндәй, “Аҡмәсет”тең биләмәһендә кескәйҙәр өсөн уйын майҙансығы булдырылған. Әлегә унда уйнарға ғына килгән балаларҙың киләсәктә ауылыбыҙҙы иманға төрөрөнә, изге башланғыстың ҙур емеш биреренә ышаныс ҙур.