Ғалимдың рухи һәм фәнни мираҫы16.05.2014
Ғалимдың рухи һәм фәнни мираҫы
Ошо көндәрҙә Марат Хәләф улы Минһажетдиновҡа 80 йәш тулған булыр ине. 38 йәшенең ун йылын ғына ижадҡа арнап өлгөрҙө ул. Ошо арауыҡта ғына йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт – әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, рефераттар – яҙылған, китаптар, монографиялар, дәреслектәр ташҡа баҫылған, халыҡ ижады өлгөләренән тиҫтәгә яҡын томлыҡтар, йыйынтыҡтар төҙөлгән.

Беҙ Марат Хәләф улының әҙәбиәт белгесе булараҡ ғилми эшмәкәрлеге хаҡында күп яҙҙыҡ, ижад лабораторияһын өйрәнеп, уның әҙәби мираҫына теоретик планда “Ижади маһирлыҡ” исемле китап та нәшерләнек. Был хеҙмәт ғалимдың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы донъя күргәйне. Бөгөн уның мәшһүр педагог-фольклорсы маһирлығын уҡыусыға еткерге килә.
Марат Минһажетдинов үҙенең ғилми эшмәкәрлеген, ғөмүмән, рухи донъяһын башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, өйрәнеү, туплау һәм уның ғилми концепцияһын төҙөү менән байытты. Башҡорт дәүләт университетында уҡытыу дәүерендә студенттарға башҡорт халыҡ ижады буйынса махсус курс алып барҙы. Ғалимдың йылдың-йылы, уҡыуҙар тамамланғас, йәй айҙарында улар менән республиканың төрлө райондарында фольклор экспедицияһында булыуы, һуңынан йыйылған ҡомартҡыларҙы эшкәртеү-төркөмләү эштәре, әкиәт, эпостар, легендалар буйынса ғилми мәҡәләләр яҙыуы, төрлө тарафтарҙа – Мәскәүҙә, Ульяновскиҙа, Пермдә, Ҡазанда, Өфөлә һәм башҡа төбәктә симпозиум, конференцияларҙағы докладтары, башҡорт фольклоры буйынса күп томлыҡтар әҙерләүҙә ныҡышмалы хеҙмәте уның талымһыҙлығы, был өлкәлә оло маҡсаттарға ынтылыуы, ижади маһирлығы хаҡында һөйләй. 1972 йылда яҡлаясаҡ докторлыҡ диссертацияһы ла “Башҡорт халҡының әкиәт эпосы” темаһына ине. Хеҙмәттәштәренән, һыҙып ҡуйылған пландарынан, эш ҡараламаларынан күренеүенсә, М. Минһажетдиновтың был диссертацияның төп өлөшөн яҙып бөткәнлеге тулыһынса күҙаллана.
Фольклорсы-ғалим М. Минһажетдиновтың башҡорт поэтикаһы темаһына ижади эшләүен үҙ ваҡытында замандашы, филология фәндәре докторы Ғайса Хөсәйенов та билдәләп үткәйне. Башҡорт эшмәкәрлегендәге поэтика мәсьәләһен ғалим проблема бейеклегенә күтәрә. Авторҙың “Башкирская сказка и народные обряды” исемле ғилми эше лә буласаҡ диссертацияһының йөкмәткеһенә маҡсатлы итеп әҙерләнгән, был хеҙмәттең икенсе бүлеген тулыландырыусы булып килеүенә шигебеҙ юҡ.
Марат Минһажетдинов – фольклорсы булараҡ әкиәт жанры буйынса иң ҙур, улай ғына ла түгел, ғәйәт ҙур эш атҡарған ғалим. Уның 1969–1972 йылдарҙа бер-бер артлы донъя күргән мәҡәләләре, ғилми хеҙмәттәре шул хаҡта һөйләй.
“...Башҡорт әкиәттәрендә халҡыбыҙҙың быуаттар буйы формалашҡан поэтик традициялары, тасуирлау саралары һәм бай художестволы тәжрибәһе тупланған. Әкиәттәр халыҡтың бай фантазияһына, донъяны поэтик күрә һәм баһалай белеүенә беҙҙе шаһит яһай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, фольклористикала әкиәттәргә асыҡ ҡына итеп бирелгән билдәләмә һаман да юҡ әле, — ти ул. — Әкиәттәрҙе төркөмләү мәсьәләһендә лә, терминологияла ла әлегәсә берҙәм ҡараш күренмәй.
Нимә һуң әле ул әкиәт? Ул ниндәй йөкмәткегә һәм поэтикаға эйә? Халыҡ ижадының башҡа жанрҙарынан ул ҡайһы яғы менән айырыла?” Ғалим-фольклорсы әкиәт жанрын һәм уның үҙенсәлеген тарихи дәүерҙәр өсөн дә уртаҡ булған һәм тормош үҙгәрештәренә еңел генә бирелмәй торған яғына, уның даими һыҙаттарына ҡарап үҙаллы жанр булып йәшәп килеүенә нигеҙләп өйрәнә. “...Әкиәт жанрының үҙаллылығын, даими йөҙөн һәм үҙенсәлеген тәшкил итеүсе мөһим яҡ — уның поэтикаһы, — ти ул. — әкиәттәрҙә халыҡтың тарихи тәжрибәһе, эстетик һығымталары һәр кемгә аңлайышлы формала килә, тәрән итеп дөйөмләштерелеп бирелә. Әкиәттәр халыҡ педагогикаһында, бигерәк тә йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим әһәмиәткә эйә була...”
Фольклорсы Минһажетдинов әкиәттәрҙең милли ерлеген ентекле өйрәнә һәм тәрән тикшереүҙәр ойоштора. Артабан уның башҡорт әкиәттәрен төркөмләү принцибы ла милли ерлектә эшләнә. “Башҡорт халҡының әкиәт эпосы” хеҙмәтендә әкиәт яҙмышына генетик, типологик һәм дөйөм мәҙәниәт бәйләнешенең әһәмиәте “Башҡорт халыҡ әкиәттәрен өйрәнеү тарихы. Әкиәттәрҙе төркөмләү”, “Хайуандар тураһында әкиәттәр”, “Тылсымлы әкиәттәр”, “Тормош-көнкүреш әкиәттәре”, “Башҡорт әкиәттәренең инеш типтары һәм уларҙың стилистик формалары”, “Әсәйем әкиәттәре” тигән главаларҙан тороп, уларҙың һәр береһе үҙәк проблемаға буйһондорола. Һәр бүлек йүнәлешле һәм маҡсатлы мәсьәләләрҙе фактик материалдар аша юғары ғилми кимәлдә хәл итә.
М.Х. Минһажетдинов – башҡорт легендаларын йыйыу, туплау һәм системаға һалып баҫтырып сығарыуҙы ижади һәм көсөргәнешле эшләүсе ғалимдарҙың иң тәүгеһе. Ә. Сөләймәнов менән икеһенең “Башҡорт легендалары” мәҡәләһе һуңынан ҙурайтылған, ғилми төҫ алып, камиллашып, айырым йыйынтыҡҡа тупланып баҫылыуы фольклор ғилемендә ҙур яңылыҡ булды. Авторҙар башҡорт легендаларының айырым үҙенсәлеген, милли ерлеген билдәләп, уларҙы тематик яҡтан тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Фольклорсы Марат Минһажетдинов башҡорт әҙәбиәте үҫешендә, уның яңыра барыу процесында халыҡ ижадының әһәмиәтен бик дөрөҫ аңлата. М. Горькийҙың “Һүҙ сәнғәтенең башы – фольклорҙа” тигән һүҙҙәренең мөһимлеген тәҡрарлай ғалим әҙиптәргә. Халыҡ ижадын әҙәби һүҙ сығанағы һәм поэтик оҫталыҡ мәктәбе тип һанай, М. Горькийҙың “һәр намыҫлы яҙыусы фольклорҙы белергә, өйрәнергә тейеш” тигән фекерен хәҙерге башҡорт әҙәбиәте үҙенең көнүҙәк эш һәм ижад ҡаҙаныштары менән раҫлай килеүен тәүге планға ҡуя тәнҡитсе.
Башҡорт халыҡ ижадын системалы өйрәнеп, төрлө тематик киңлектә, әкиәттәр, легендалар, эпостар арсеналын туплап донъяға сығарыу мәсьәләһе лә яҡтыртыла мәҡәләлә. “...Башҡорт халыҡ ижады ғүмер буйы хеҙмәтсән халыҡ тарихының шаһиты ла, поэтик йылъяҙмаһы ла булып хеҙмәт иткән. Халыҡ үҙенең башынан үткән бер генә ваҡиғаға ла иғтибарһыҙ ҡалмаған, үҙенең теләктәрен, хыялдарын, ҡараштарын һәм кисергән хәл-ваҡиғаларын — барыһын да ошо йылъяҙмаға теркәй барған. Халыҡ үҙенең тарихын яҙған һәм был тарихты азатлыҡ өсөн көрәштең тәрбиә мәктәбенә, актив ҡоралына әүерелдергән, был үткер ҡоралды, аманат итеп, быуындан быуынға тапшыра килгән”, — ти автор. Был фекерҙәренә, системалы ҡараштарына М. Минһажетдинов ғүмеренең аҙағынаса тоғро ҡалды.
Ул башҡорт фольклористикаһының ғилми концепцияһы нигеҙендә уның алтын фондын тәшкил итерлек жанрҙа ижади батырлыҡ күрһәтте. Марат Минһажетдиновтың “Башҡорт әкиәттәрен тарихи-сағыштырма өйрәнеүгә ҡарата” тигән мәҡәләһе башҡорт фольклористика фәнендә билдәле бер бөтөн системалы ҡараш тыуҙырҙы. “Әкиәттәр тәүтормош-община ҡоролошо емерелгән осорҙа тыуыуын иҫкә алғанда, бер үк әкиәт сюжетының, образ менән мотивтың ҡатмарлы этногенетик процестар һөҙөмтәһендә бер нисә халыҡтың ауыҙ-тел ижадында урын алыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Генетик характерҙағы бындай сюжеттар, образдар һәм мотивтар, мәҫәлән, башҡорт һәм ҡарағалпаҡ кеүек ҡан-ҡәрҙәшлек ептәре менән бәйләнгән халыҡтарҙың әкиәттәрендә йыш осрай”, — ти ғалим. Фольклорсы Минһажетдинов әкиәттәр араһындағы уртаҡлыҡтарҙың һәм оҡшашлыҡтарҙың типологик характерҙағы бәйләнештәр менән дә аңлатылыуын иғтибар үҙәгенә ҡуя. Сюжеттарҙың структураһын, мифологик төҙөлөшөн дә күҙ уңында тоторға кәрәклеге, әкиәттең бер туҡтауһыҙ яңырыу процесы, урыҫ һәм башҡорт әкиәттәренең бер-береһенә ныҡ йоғонтоһо хаҡында фекер йөрөтә. “Шулай итеп, башҡорт халҡының әкиәт эпосы яҙмышында, генетик һәм типологик характерҙағы бәйләнештәрҙән тыш, дөйөм мәҙәни хеҙмәттәшлек тә мөһим әһәмиәткә эйә. Башҡорт халҡының тарихи яҙмышы Европа һәм Азия халыҡтарының яҙмышы менән дә борон-борондан алып хәҙерге көнгәсә тығыҙ бәйләнгән булғанлыҡтан, уның әкиәт донъяһы Көнбайыш тәьҫирен дә, Көнсығыш йоғонтоһон да ныҡ ҡына татыған... Шуға күрә башҡорт әкиәттәрендә, фин-уғыр, славян элементтары менән бер рәттән, төрки, һинд һәм монгол халыҡтарының ауыҙ-тел ижадына хас һыҙаттарҙы ла күҙәтеп була”, — тигән һығымтаға килә ул.
“Аҡбуҙат” ҡобайырының айырым китап булып сығыуына ҡарата М. Минһажетдинов беренселәрҙән булып яҙған рецензияла Мөхтәр Сәғитовтың ижади уңыштары, ҡайһы бер кәмселектәре хаҡында төплө һүҙ әйтелгән. “...Инеш һүҙендә ул (М. Сәғитов. — Р.Ш.) “Аҡбуҙат” ҡобайырының башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары рәтендә тотҡан урынын, сәсәндәр ижадының әһәмиәтен, әҫәрҙең идея-художество үҙенсәлеген, йөкмәткеһен, образдарын һәм поэтикаһын ҡыҫҡа, ләкин ыҡсым, фәнни нигеҙле һәм төплө итеп күрһәтә ала”, – тип айырым билдәләй ғалим. Был фекерҙәр уның ошо осорҙа танылған әҙәби тәнҡитсе генә түгел, ә фольклор донъяһында, уның төпкөлөндә ынйылар эҙләүсе лә булыуын күрһәтеп тора. “Хәҙер иһә “Аҡбуҙат” хикәйәһе лә үҙ исеме менән халыҡҡа әйләнеп ҡайта булһа кәрәк”, — тип ышаныс белдерә үҙенең “Халыҡ илһамының мәшһүр һәйкәле” исемле хеҙмәтендә.
Ғалим-фольклорсы Марат Минһажетдиновтың архивында 1971 йылдың 4 майында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор һәм сәнғәт секторы ултырышында уның тарафынан тупланған әкиәттәрҙең 1-се томын тикшереү протоколы һаҡланған. Ул йылдарҙағы ғалимдарҙың был дәү хеҙмәткә ҡарата фекерҙәренән бер нисәһен биреп китеү урынлы булыр һымаҡ. Был ултырышта Ә. Харисов, Н. Заулеков, М. Сәғитов, С. Сәйетов, Ф. Созинова, Р. Нафиҡова, М. Рафиҡов, Ә. Бейешев, Н. Бикбулатов, Ғ.Хөсәйенов, К. Әхмәтйәнов, В. Әхмәҙиев, М. Минһажетдинов ҡатнаша.
Н. Зарипов: Алынған материалдарҙы биреү тәртибе, принцибы ниндәй?
М. Минһажетдинов: Том донъя каталогтарында алынған принцип буйынса асылған. Бөтә йыйынтыҡтар ҙа, ғәҙәтенсә, төлкө менән башланып китә. Тылсымлы героик әкиәттәр беҙҙә айырым том булып бүленеп сыҡҡан.
М. Сәғитов: Әкиәттәрҙең былай дүрт томлыҡ булып сығыуы ҙур күренеш буласаҡ... Технология буйынса ҙур эш эшләнгән, был бик яҡшы... Ҡабул итергә кәрәк.
Ә. Бейешев: Иң уңышлы сюжетлы әкиәттәрҙе алып, ҡалғандарын варианттарҙа бирергә кәрәк. Варианттар яҡшы, комментарий ҙа ярарлыҡ.
С. Сәйетов: Цель определена точно и ясно самими составителями: основной принцип научно-текстологической работы — это полнота главного источника и осторожность в обращении с мотивами, деталями...
Н. Бикбулатов: Үҙенең киңлеге, тәрән мәғәнәлелеге менән баш һүҙ оҡшаны. Марат Хәләф улы әкиәттәр донъяһын йырып сығып килә, системаға һалған. Том икән, ҡабул итергә кәрәк.
Ә. Харисов: Баш һүҙ төплө. Әкиәттәрҙең тамырын, төҙөлөшөн асыҡ әйтә. Ғилми яҡтан һәйбәт эшләнгән. Том әҙер, иптәштәрҙең әйткән һүҙҙәрен дә иҫкә алырға кәрәк булыр. Ғ. Хөсәйенов: Миңә баш һүҙ оҡшаны. Автор, поэтикаға ҙур иғтибар бирелә, ти, был дөрөҫ, тик шулай ҙа уны тағы бер аҙ тулыландырырға мөмкин булыр ине. Технология мәсьәләһе ышандырырлыҡ... Бик матур эшләнгән әкиәт сюжеттары бар...
К. Әхмәтйәнов. Был томдың уңышлы булыуына шик юҡ. Барлау эше тамамланған, ә ҡотлау эше әле бөтмәгән...
В. Әхмәҙиев: Баш һүҙҙе ентекләп уҡып сыҡтым, фән юғарылығында яҙылған...
Протоколға ингән һәр сығышты тәфсирләп яҙып сығыу түгел, ә төп идеяны, бер маҡсатҡа йүнәлтелгән фекерләү принцибын асыҡлау, хеҙмәттең тослоғон билдәләү — төп ниәтебеҙ. Был автор-төҙөүсенең һорауҙарға төплө яуап-фекерҙәре, кәңәштәрҙе етди ҡабул итеүе ултырыштың йөҙөн дә, ғалимдарҙың ентекле иғтибарын да, ғилми советтың әхлаҡи кимәлен дә бермә-бер асыҡ күрһәтә шикелле.
Башҡорт фольклористикаһында сикһеҙ күп эшләгән Марат Минһажетдиновтың ижади йоғонтоһо һөҙөмтәһендә әҙәбиәттәге төп үҫеш тармаҡтары тип һаналған әкиәт, эпос, ҡобайыр, легендаларҙың юғары поэтик кимәлдә өйрәнелеүе әле лә көнүҙәклеген юғалтмаған. Башҡорт ғалимдары һуңғы йылдарҙа халыҡ ижадының күп томлыҡтарын, башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығын әҙерләп ташҡа баҫтырҙы. Был дөйөм әҙәбиәт, мәҙәниәт үҫеше менән аҡыл-зиһендең юғары кимәлдә булыуын, ижтимағи ихтыяжды художестволы һүҙ көсө аша тәьмин итеүгә ынтылышты дәлилләй.
Нисек кенә булмаһын, мәшһүр ғалим һәм фольклорсы Марат Минһажетдинов үҙе ижад иткән дәүерҙе киләсәк тормош менән бергә бәйләне. Халыҡ тарихы — матур әҙәбиәт тауышы, халыҡтың бөгөнгөһө — әҙәбиәт геройының хәҙергеһе, милләттең киләсәге юғары художестволы әҙәбиәттең, уның фәненең яҡты киләсәге тип илһамланып ижад итеүе аша Марат Хәләф улы Минһажетдинов үҙенә лә оло хөрмәт яуланы. Эйе, ғалимдың рухи донъяһы бөгөн бай, яҡты, артабан да ул шулай булыр.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад