Гәзиттең Еңеүҙә үҙ өлөшө бар16.05.2014
Гәзиттең Еңеүҙә үҙ өлөшө бар
112-се Башҡорт атлы дивизияһы, ил алдында биргән антына тоғро ҡалып, һуғыш юлын ҡаһармандарса уҙа. Бында батырлыҡҡа өндәү, ҡыйыулыҡты данлау менән һуғарылған "Ҡыҙыл атлылар" гәзитенең дә өлөшө ҙур.

Атланып толпар аттарға,
Урал тауҙарын буйлап.
Киттек Ватанды яҡларға —
Толпарҙар бара уйнап...
... Илгә дошман уҡталғанда
Башҡорт тын ҡаламы ни? —

тип йырлай ҡаһармандарыбыҙ. Һуғыш яланында сығарылған был күңел ауаздарында күпме хикмәт, өмөт, яҡтылыҡҡа, еңеүгә ышаныс ята! "Ҡыҙыл атлылар" гәзитенең дә һәр юлы ошондай ябай, әммә тәрән мәғәнәле, илһөйәрлек һулышы бөркөлгән һүҙҙәр менән һуғарылған була.
Ҡыҙыл армияның көсө — берҙәм сәйәси талапта, халыҡтың партия саҡырыуына ныҡлы ышанысында. Шулай булмаһа, был ҡан ҡойғос һуғышта халҡыбыҙ уландары һыбай, ҡылыс күтәреп танкка ҡаршы бара алмаҫ ине. Тыл менән фронттың бер маҡсатта эшләүе, халыҡ күңелендәге юғары илһөйәрлек рухы ҙур Еңеүгә алып килде.
"...Сыныҡҡандар шуға сигенмәйҙәр
Туптар яуғанда ла яуҙарҙа.
Ғәййәр һалдат тейеш йә үлергә
Йәки тейеш еңеү яуларға", —

тип яҙғайны "Һалдат мөхәббәте" тигән поэмаһында Муса Сиражи. Ысынлап та, илебеҙ ҡаһармандары еңеү яулап ҡайтты.


Вернуться назад