Иң илаһи ер — атай йорто16.05.2014
Иң илаһи ер — атай йорто
Атай. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, ир-аттың иңендә ниндәй яуаплылыҡ ятыуын тик үҙең атай булғас ҡына төшөнәһең. Атайыбыҙҙың тормошо тураһында айырым бер китап яҙһаң да аҙ булыр. Fүмерендәге бер мәленә генә, үҙебеҙҙең атай йортонда үткән бала сағыбыҙға ғына туҡталғым килә. Сөнки тап ошо ваҡыт — һәр кемдең ҡатмарлы тормош киңлектәренә талпыныр алдынан ҡанаты нығынған, шәхес булып тәрбиәләнгән, иң яҡшы университеттарҙа ла бирелмәгән тәжрибә туплау осоро.

Атайыбыҙ Нурғәле Тимерғәле улы өс улы һәм ҡыҙы өсөн тиңдәштәй, яҡын дуҫтай. Ҡырыҫ тәрбиә алымдары, ҡайыш, күтәренке тауыш беҙҙең йорт өсөн бөтөнләй ят. Бәләкәй саҡта эш боҙмайынса ла булмай. Бындай мәлдә инде атайыбыҙ күҙ ҡарашы менән генә шелтәләй ине. Үҙе бер һүҙ өндәшмәһә лә, күҙҙәрен ҡыҫыңҡырауынан, һынаулы ҡарашынан әйтергә теләгән фекерен уҡыуы ауыр түгел: «Эх, мин һиңә шул тиклем ышанам, яратам, ә һин… эшкинмәгән». Бындай тәнҡит сыбыртҡы менән ҡайыштан да яманыраҡ. Атайҙың ошо ҡарашы әле һаман, үҙебеҙ атай-әсәй булһаҡ та, беҙҙе тәртип һәм әҙәп сиктәрендә тота.
“Һәр берегеҙ университетта уҡырға тейешһегеҙ”. Был — атайыбыҙҙың беренсе класс тупһаһына аяҡ баҫҡанда бөтәбеҙ алдына ҡуйған маҡсаты. Үҙе уҡытыусы булараҡ, был үрҙәргә беҙҙең менән бергә йәнәш барҙы — иң ауыр өйгә эштәр, бөтә фән буйынса ла төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнашыу, бейеү-йыр түңәрәктәре… Теләйһеңме-юҡмы, беҙ быларҙың барыһын да эшләргә, ҡатнашырға һәм еңергә тейеш инек. Билдәләнгән маҡсатҡа ла өлгәшелде — һәр беребеҙ юғары белемле булдыҡ.
Кешеләргә ихтирамлы, иғтибарлы булыу, намыҫыңды һатмау, әйткән һүҙеңдә тора белеү, тотонған эшеңде мөмкин тиклем еренә еткереп башҡарыу, аҡса менән алтынға ҡарағанда кешелеклелек һәм изгелеккә өҫтөнлөк биреү. Был һүҙҙәр үтә яңғырауыҡлы кеүек ине тәүҙә. Хәҙер атайыбыҙ үҙенең бар булмышы, холҡо, эштәре менән ошо һыҙаттарҙы беҙҙә тәрбиәләргә тырышҡанын яҡшы беләм.
Бала тәрбиәләү буйынса ҡытай философияһы ары торһон — атайыбыҙ беҙҙе бер ҡасан да сикләмәне. Китап уҡығың киләме — уҡы, үҙе оса торған самолет эшләп ҡарағың киләме — әйҙә эшләйбеҙ, үҙ ҡулың менән радиоалғыс яһарға теләйһеңме — рәхим ит. Мәскәүҙе күргең киләме — киттек, дуҫтарың барыһы ла матайҙа елдерәме — беҙ ҙә алабыҙ, ғәҙеллек өсөн һуғышҡың киләме — һынап ҡара үҙеңде, ғашиҡ булдыңмы — кәләш әйттерәбеҙ! Әлбиттә, улар араһында — балта-бысҡы тотоу, бесән әҙерләү, мал тәрбиәләү, йорт һалыу серҙәре, баҡса үҫтереү һәм башҡа мәшәҡәттәр. Етмеш һөнәр үк булмаһа ла, 30 — 40-ына атайыбыҙ беҙҙе ихлас өйрәтте. Иң мөһиме – заманында бер нәмәне лә сикләмәү бөгөн килеп фекерҙәрҙең дә, эшмәкәрлектең һәм ҡаҙаныштарҙың да сикле булмауына булышлыҡ итте.
Атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙең бөтә башланғыстарыбыҙҙы ла хуплап, бәләкәй генә еңеүҙәребеҙҙе һөйөнөп ҡабул итеүе беҙҙе һәр саҡ ҡанатландырҙы. Әсәйебеҙ Рәйсә Fәзимулла ҡыҙы менән һәр ваҡыт ихтирамлы мөнәсәбәттә булыуы, өлкән йәштә лә мөхәббәтен белдереп тороуы, уңайы сыҡҡан һайын сәскә гөлләмәләре тотоп, йылмайып ҡайтыуы — барыһы ла иҫтә.
Бөгөн, атайыбыҙ 65 йәшен билдәләгән мәлдә, улар тураһында айырым-айырым һөйләү дөрөҫ булмаҫ. Атай менән әсәйебеҙгә ҡарап, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттең нисек ҡоролорға тейешлеген дә, бала тәрбиәләү серҙәрен дә, илебеҙ дефолт, үҙгәртеп ҡороу, аҡсаһыҙлыҡ дәүерҙәрен кисергәндә лә үҙ-ара йылы мөнәсәбәтте һаҡлап ҡалыу, һынауҙарҙы ҡулға-ҡул тотоношоп үтеү кәрәклеген дә белдек. Ҡура тултырып мал аҫрап, өҫтәмә дәрестәр үткәреп, хәләл көс менән беҙҙе улар аяҡҡа баҫтырҙы, ышаныслы ҡанат ҡуйып, беләктәрҙе — көс, зиһенде аҡыл менән тултырып, тормош юлына сығарҙы.
Республикабыҙҙың, Рәсәйҙең, башҡа илдәрҙең дә күркәм урындарын күп күрелде, әммә иң тыныс, йылы, күңелде аңлатып булмаҫлыҡ көс менән байытыусы урын бер генә — атай йорто. Беҙҙе, дүрт балаңды, кейәү-килендәрең менән туғыҙ ейән-ейәнсәреңде, аралар алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, йылытып тороуың өсөн рәхмәт, ҡәҙерле атайыбыҙ.


Вернуться назад