Хаҡлы ялдағыларҙың яратҡан шөғөлө бармы? Бөгөн ошо һорау менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.
Әсләм АРЫҪЛАНОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе: – Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғымдың – Силәбе өлкәһендәге Нязепетровск районы Юлдаш-Ҡатай ауылының – тарихын ныҡлап өйрәнә башланым. Төп маҡсатым – мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткереү. Бынан тыш, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә сәйәхәт ҡылдым. Ошо тарихи эҙләнеүҙәрҙең эҙемтәһе булып ике китабым донъя күрҙе. Беренсеһе «Юлдаш-Катай Нязепетровский и известные катайцы» тип аталһа, икенсеһе «Между Азией и Европой» тип нарыҡланды. Әйткәндәй, «Китап» нәшриәтенең магазинында һуңғыһын һатып алырға мөмкин. Шулай итеп, халҡыбыҙға бәйле тарихи ваҡиғалар хаҡында мәғлүмәтте ынйы кеүек йыйыу, тергеҙеү – беренсе яратҡан шөғөлөм. Икенсеһе – баҡсасылыҡ. Эй, яратып үҫтерәм мин төрлө ағастарҙы, үҫемлектәрҙе! Алмағастарҙың ниндәй генә төрө юҡ. «Башҡорт һылыуы», «Антонов» һәм башҡалар... Мин үҫтергән виноград та емешен бирмәй ҡалмай. Аҡ төҫтәгеһе бигерәк тә үҙенсәлекле.
Ләлә БЕЙЕШЕВА, йәмәғәт эшмәкәре: – Иң яратҡан шөғөлөм – халыҡ, бигерәк тә йәштәр менән эшләү. Улар өсөн төрлө ижтимағи сараларҙы яратып ойошторам. Мәҫәлән, Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл ҡуйҙырттыҡ. Шулай уҡ уның тыуған ауылы Туйөмбәттә яҙыусының музейын ремонтланыҡ, унда килеүселәрҙе З. Биишеваның яңы һәйкәле «ҡаршылаясаҡ». Бынан тыш, мәҡәләләр, бигерәк тә тәрбиәүи темаларға арналғандарын яҙам.