Иҫәп-хисап, һандар донъяһында балыҡтай "йөҙгән" һөнәр эйәһенең шиғриәт, нәфис әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуы тәү ҡарашҡа ғәжәп төҫлө.
Өфө районының Дмитриевка ауылында йәшәүсе Тәнзилә Назарованың хис-тойғоға бай лирик шиғырҙарын, юмор менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡығандан һуң уның бөтә ғүмерен бухгалтер, иҡтисадсы һөнәренә арнауына һис кенә лә ышанғы килмәй. "Китапһыҙ, гәзит-журналһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, — ти ул. — Бала саҡтан шиғыр яҙыу менән мауыҡтым, әммә уларҙы кемгәлер күрһәтергә баҙнатым етмәне. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта район гәзитендә, "Өмет"тә ҡайһы берҙәре баҫылып сыҡты. Һөйөнөсөм эскә һыймай!"
Нескә күңелле, йомшаҡ телле һылыу ханымдың ирҙәрсә ныҡлыҡ менән машина йөрөтөүе, ейән-ейәнсәрҙәре менән бер ҡатарҙан Интернетты яулауы, ике ҡатлы йорттоң һәм ҙур хужалыҡтың бөтә мәшәҡәттәрен тормош иптәше менән тигеҙ тартыуы ауылдаштарын һоҡландыра. Хеҙмәт ветеранының, матбуғат дуҫының юморлы, сәнскеле "күстәнәс"енән һеҙ ҙә ауыҙ итегеҙ!
Әтәс ҡайғыһы Ауыл урамында хәҙер
Тауыҡтар ғына йырлай.
Тауыҡтарым баш бирмәй, тип
Әтәс ғәрләнеп илай.
Тауис ҡошо булмаһа ла,
Тауыҡ – ул моңло "халыҡ".
Үҙ күңелен үҙе күрә,
Йомортҡаларын һалып.
Күңеле моңһоу саҡта ла
Йырлап үҙен йыуата.
Хистәре тамам һүрелгән
Әтәстәргә ҡарата.
Хатта таҡмаҡтар сығарып
Әтәстән көлөп йөрөй:
– Үткән шул ғәйрәтле сағың:
Ун тауыҡҡа – бер сепей.
Бына шунан уйлап ҡара:
Донъя әллә нишләне.
Демографик план тулмай,
Түгелмәҫме йәштәрең?
Донъя мәшәҡәте Ынйы ҡарҙың бөртөктәре
Бар тарафты ятҡан ҡаплап,
Мин күрмәй ҙә китеп барам,
Шығыр-шығыр уны тапап.
Күңелемде ынйы түгел,
Ябай уйҙар биләп алған.
Донъяның бер мәшәҡәте
Атлап бара минең алдан.
Ҡышҡы селләнең иртәһе
Бит остарын өтөп ала,
Керпектәргә бәҫтәр ята
Ҡурыла һулыштар ҙа.
Күктең аҫыл йондоҙҙары
Таң атыуға һүнә инде,
Күңелемдә ябай уйҙар –
Йондоҙ миңә ниңә инде?
Керпектәрҙе бәҫтәр баҫҡан
Һулыштарға уттар ҡапҡан,
Ҡышҡы селләнең иртәһе
Танауға төртә энәһен.
Кемдер мине уҙып китә,
Мин дә кемде уҙам икән?
Күңелемдә ябай уйҙар
Шығыр-шығыр тапай юлдар.
Донъяның бер мәшәҡәте
Матурлыҡтың төҫөн юйҙы:
ЖКХ-ға китеп барам –
Крандарҙа һыуҙар туңды.
Шундай ихлас тыңланылар...
Керпегемә йәш эленде,
Тик крандың һыуы ғына
Июнь еткәндә ирене.
Һалҡындар етһә, күңелде
Күп төрлө уйҙар өтә.
Өмөт менән быйыл ҡыштан
Мәрхәмәтлелек көтәм.