Үрәҙмәт ауылындағы ғәҙәти булмаған байрам сараһына халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йыйылды.
55 йыл бергә ғүмер кисергән бәхетле ғаилә парҙарын ҡотлап, ауылдаштар уларға иң ихлас теләктәрен еткерҙе. Боронғо халыҡ йолаларын иҫкә төшөрмәксе булып, тормош юбилярҙарын пар аттар егеп, биҙәлгән кырандастарҙа елдертеп йөрөтөргә ине иҫәбебеҙ, әммә был мәсьәлә беҙ көткәндән ауырыраҡ булып сыҡты. Шулай ҙа уңған киленебеҙ Айгөл Бикҡолова әмәлен тапты. Үҙенең атын кәләштәй биҙәп әҙерләп тә ҡуйған икән ул.
Ауылдың өлгөлө өс ғаилә парын ошо туй атына ултыртып, клуб алдына килтереп төшөрҙөк. Дуғаға эленгән ҡыңғырау сыңына ауылдаштарыбыҙҙың йыр-моңо ла ҡушылып, байрамға йәм өҫтәне. 55 йыл татыу ғүмер кисергән, балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтырған өлкән быуын, ысынлап та, оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡлы. Миңһылыу менән Рөстәм Ғималетдиновтар, Хәлиҙә менән Әхсән Шәүәлиевтәр, Динә һәм Насир Әхмәтгәрәевтәрҙе алҡышлап, яҡташтары уларға халыҡ йырҙарын бүләк итте. "Сөйөмбикә" фольклор ансамбле сығышы менән күңелдәрҙе күтәрҙе.
Донъя мәшәҡәттәренән арынып, бер аҙға ғына булһа ла байрам шатлығын кисергән ауылдаштарыма ҡарап, төбәгебеҙҙә изге йолаларыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, көйҙәребеҙҙе быуындан быуынға тапшырыу өсөн тырышлығын йәлләмәгән һәүәҫкәр артистарыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. "Сөйөмбикә" ансамбленә йөрөүселәрҙең күбеһе — һуғыш осоро балалары. Иң йәш тигәне лә пенсия йәшенә етеп килә. Уларҙың һәр береһенә иҫәнлек, оҙон ғүмер һәм яҡшы кәйеф теләйем. Мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә берҙәмлек күрһәтеп, ярҙамлашып йәшәйек, хөрмәтле яҡташтар. Бөтә Рәсәй халҡы тантаналы билдәләйәсәк оло байрамды — Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын — лайыҡлы ҡаршыларға насип булһын.