Бирешмәйек әле16.05.2014
"Башҡортостан" гәзитен 18 йәшемдән бирле алдырып уҡыйым. Миңә хәҙер 75 йәш. Атайҙарын ҡәһәрле һуғыш йотҡан бөтә тиҫтерҙәремә ҡалған ғүмерҙә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

Ошо йәшкә тиңдәштәремдең рәхәт кенә килеп етмәгәнен беләм. Өҫтәренә аслыҡ, яланғаслыҡ, етемлек ауырлығы төшкәндәргә тормошта һуҡмаҡ һалыу анһаттан булманы. Беҙ, 75-тәгеләр, әле лә "донъя ауыр, аҡса юҡ" тип зарланғандарҙан түгел. Хоҙай ғүмер генә бирһен, тормошобоҙ тыныс булһын!
Яңғыҙлыҡ — ҡартлыҡтың тоғро юлдашы, әммә йыуаныс табыр әмәлдәр етерлек, шуларҙың береһе — дуҫым, кәңәшсем "Башҡортостан" гәзите. Йәштәштәремде оло Еңеү көнө менән ҡотлап, халҡыбыҙҙың тел һәм рух көҙгөһө булған гәзитебеҙгә яҙылырға саҡырам.




Вернуться назад