1945 йылда Ауырғазы районының Үтәймулла (ул ваҡытта Ләкәнде ине) ете йыллыҡ мәктәбен тамамланым. Мине шунда уҡ колхозға алмаҡсы булдылар. Ниндәй генә эште йөкмәтмәнеләр — һабансы, тырмасы, урмансы, малсы һәм башҡалар. Барыһы ла тамаҡ хаҡына башҡарыла, аслыҡ-яланғаслыҡ үҙәккә үтте. Колхозсы булып йәшәүе ауыр буласаҡ, нисек тә уҡырға, һөнәр алырға кәрәк, эшсе һөнәре ҡулай булыр ине, тип уйлайым.
Атай репрессияға эләккәс, әсәй өс баланы нисек тә аяҡҡа баҫтырыу өсөн мәктәпкә йыйыштырыусы булып урынлашты. Директор уны йәй көндәрендә лә бушатмай, эш табып ҡына тора.
Табанлыкүл буйына мәктәп 4 гектарҙа тары сәскән, уҡытыусылар үҙҙәренә картуф ултыртҡан. Ләкин ас халыҡ тарының башаҡтарын өҙөп, картуфтарын соҡоп алып китә. Астан үлгеһе килмәй бер кемдең дә.
Мәктәп хужаһы йыйыштырыусыһына ошо тары баҫыуына, уҡытыусыларҙың картуфына күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушҡан, ә әсәй ул эште миңә ауҙарҙы. Шатланып риза булдым. Баҫыу эргәһенә ҡыуыш ҡороп ҡуйҙым, бесән сабып, ҙур бер сүмәлә лә яһаным. Директор миңә бер иҫке, ҡаҡшап бөткән мылтыҡ биреп, ысын ҡарауылсы итеп алды. Беҙҙең эш көйләнде: тарыға ла, картуфҡа ла "һөжүм" бөттө. Хәҙер мин эре генә ҡиәфәттә көн дә мылтыҡ аҫып, урам буйлап эшкә китәм. Халыҡ быны күреп тора, сәлдерергә теләүселәр бөттө. Кемгә кәрәк, колхоз баҫыуына барһындар, унда төндә берәү ҙә булмай.
Быйыл миңә, һис шикһеҙ, белем алырға кәрәк, былай ҙа ике йыл ғүмерем колхозда бушҡа үтте. Уҡырға дәрт бар. Тик ҡайҙа?
Яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов һеңлеһе Гөлсөмдөң, ҡустыһы Рәсихтең документтарын 9-сы мәктәп-интернатҡа тапшырып ҡайтҡан, тиҙәр. Ауылдашыбыҙ Әкрәм Үтәев һеңлеһе Рәйсәнең дә документтарын шунда уҡ биргән, имеш. Ә мин кемдән кәм? Шунда уҡырға булдым. Тик мәктәп хужаһы: "Тиҙҙән Өфөгә юлым төшөргә тора, документтарыңды үҙем тапшырырмын", — тип мине сәфәргә сығыуҙан тыйҙы. Әсәйҙең хужаһына, үҙемдең элекке уҡытыусыма ҡаршы сыға алманым, ризалаштым. Ағай вәғәҙәһен үтәгән — документтарҙы тапшырған, тик 1 сентябрҙә һуңламай барырға кәрәклеген иҫкәртте.
Беҙҙән поезд 1 сентябрҙә иртән иртүк ҡуҙғала, шуның менән китһәм дә, мәктәпкә сәғәт 8-ҙә үк барып етәсәкмен. Ҡайһылай уңай килеп тора — аҡ булһын сәфәрҙәр!
Оҙон тормош юлым шулай башланды...
Мөхәмәт РӘШИТОВ,
хеҙмәт ветераны.