Ни өсөн үҙәк көйә?16.05.2014
Һуңғы ваҡытта үҙәк көйөүҙән яфаланам. Нимә ашарға ла белмәйем, диета тотоуҙан да файҙа юҡ. Әллә был сир — олоғайыу ғәләмәтеме?
Бәхтийәр Ҡарағужин.

Хәйбулла районы.

"Башҡорттарҙың дауалау һәм ҡурсалау магияһы" китабына күҙ һалһаҡ, шундай юлдарҙы уҡырға була: "Эс күбеү ашты "бисмиллаһыҙ" ашауҙан, тиҙәр. "Бисмилла" булмағас, эскә яман ел инә һәм эс күбә..."
Тимәк, элек тә халыҡ был сирҙән интеккән һәм уны дауалауҙа төрлө ысулдар файҙаланған.

Ҡайһы бер осраҡта ашҡаҙан эсендәге йәки бөйән эсәгендәге аҙыҡ аш юлына килеп инеп, үҙәк көйөүен барлыҡҡа килтерә. Әгәр был хәл йыш ҡабатланһа, гастроэзофагеаль рефлюкслы сирҙең башланыуы мөмкин (гастро-ашҡаҙан, эзофагеа — аш юлы, рефлюкс — шыйыҡлыҡтың пассив рәүештә кире килеүе). Тимәк, ауырыуҙа ашалған аҙыҡтың хәрәкәт итеү функцияһы боҙола. Сирҙең сәбәбен ашҡаҙандан аш юлы яғына баҫымдың көслө булыуында күрәләр. Күкрәк ситлеге эсендәге баҫым ҡорһаҡ эсендәгегә ҡарағанда аҙыраҡ. Әммә һау-сәләмәт кешелә ашҡаҙандан аш юлына аҙыҡ сыҡмай, сөнки был хәлде тотҡарлаусы бер нисә әмәл бар. Береһе — аш юлының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан сфинктер. Сирле кешелә уның йомшарып хәлһеҙләнеү осраҡтары йыш күҙәтелә.
Ҡорһаҡ һәм ашҡаҙан эсендәге баҫымдың артып китеү сәбәптәре төрлө: һимеҙлек, йөклөлөк, эс ҡатыу, метеоризм, ашҡаҙандың ваҡытында һәм тейешенсә бушатылмауы. Ашҡаҙанда йәки бөйәндә аҙыҡтың тотҡарланыуы был ағзаларҙың зарарланыуы, нервы эшмәкәрлегенең көйһөҙләнеүе менән бәйле. Ауырыған кешенең көнкүреш шарттарын яҡшыртып, тыныс мөхит тыуҙырып та яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп була.
Гастроэзофагеаль рефлюкс сире үҙәк көйөү менән генә сикләнмәй, уның башҡа билдәләре лә бар. Аш юлы мускулдарының тиҫкәре хәрәкәте ашҡаҙандағы аҙыҡты кире сығарғылап тороуы ла ихтимал. Был хәлде регургитация тип атайҙар. Түш һөйәге артында ауыртыуҙың ошо сиргә бәйле булыуы ла мөмкин. Ҡурылдай быумаһына (бронхиаль астмаға), ларингитҡа оҡшаш хәлдәр һәм йүтәлдең дә тап ошо сирҙең билдәләре булыу ихтималлығын күҙ уңында тотоғоҙ. Теш эмалендә эрозия барлыҡҡа килеү сәбәбен дә белгестәр гастроэзофагеаль рефлюкс менән аңлата. Ҡайһы бер осраҡта фарингит, синусит, үпкә фиброзы, отит сирҙәренә лә хәүефле сирҙең сәбәпсе булыуы бар, тип фаразлай улар.
Дауаланмағанда ашҡаҙан кислотаһы, аш юлын йыш зарарлап, сирҙе ауырлаштыра. Эзогафит — аш юлының шешеп елһенеүе — барлыҡҡа килә. Был хәл оҙаҡ дауам иткәндә, аш юлы тарая. Уның аҫҡы өлөшөн цилиндр формаһындағы эпителий ҡаплап ала, был хәлдең яман шешкә килтереүе ихтимал (хәүеф тыуҙырған был күренеште тәү тапҡыр инглиз хирургы Норман Баррет асҡан).
Ауырыуға теүәл диагноз ҡуйыу өсөн төрлө медицина ысулдары ярҙам итә. Эзофагоскопия — аппарат ярҙамында аш юлының эске ҡатламын тикшереү, биопсия — лабораторияла өйрәнеү өсөн туҡыма киҫәксәһен алыу. Медицинала шулай уҡ рефлюксты, ашҡаҙан әселеген, аҙыҡ хәрәкәтен тикшереү алымдары бар. Үҙәк көйөү даими ҡабатланғанда, йыш кикерткәндә мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. "Баррет аш юлы” сире табылғанда ла төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Яман шештән һаҡланыу һәм дауалау юлдары күп төрлө.
Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү һәр кемдең ҡулынан килерлек.
v Тәмәке көйрәтеүҙе мотлаҡ ташларға кәрәк, сөнки ул аш юлының аҫҡы сфинктерының тонусын кәметә.
v Ҡайнар йәки һыуыҡ аш сәләмәтлек өсөн зарарлы.
v Газлы эсемлектәр, тәмләткестәр (һарымһаҡ, һуған, борос, соус, кетчуп), цитрус емештәре (мандарин, лимон), һуттар ҡулланыу тыйыла.
v Спиртлы эсемлектәрҙән баш тартығыҙ.
v Бер ултырғанда самаһыҙ күп ашау зарарлы.
v Һимеҙлек һеҙҙең файҙаға түгел.
v Йоҡларға ятҡанда башығыҙ күтәренке булһын өсөн бейек мендәр һалығыҙ.
v Рефлюкс ҡабатланыуынан арыныу өсөн ҡорһаҡ мускулдарына көс төшөргән эштәрҙән тыйылып тороғоҙ, иңкәйеп эшләмәгеҙ, ҡайышты ҡыҫып бәйләмәгеҙ.
v Йоҡлар алдынан өс сәғәт булһа ла ашамай тороғоҙ.
v Эс ҡатыуынан арыныу мотлаҡ.
v Аҙ-аҙлап йышыраҡ ашағыҙ.
v Һауа йотолоуын кәметеү өсөн ашағанда һөйләшмәгеҙ.
v Ҡыҫынҡы, тар кейемдәрҙән ҡотолоғоҙ.
Ғөмүмән, һеҙгә үҙәк көйҙөргән майлы аҙыҡ-түлектән баш тартырға тәҡдим итәбеҙ. Улар иҫәбенә ҡаҙ, өйрәк иттәре, үтә майлы һарыҡ, һыйыр иттәре, сало, маргарин, ҡаймаҡ инә. Макарон, май ҡушып бешерелгән печенье, булка, шоколад, торт һәм пирожный ашауҙан да тыйылырға кәрәк.
Ҡайһы бер дарыуҙар ҙа аш юлындағы аҫҡы сфинктерҙың тонусын кәметә, антидепрессанттар, йоҡо дарыуҙары, опиаттар, бензодиазениндар, спазмолитиктар, нитраттар, эстрогендар — шундайҙар иҫәбендә. Сфинктерҙың тонусы кәмеүе олоғайыу, мускулдар атрофияһы һөҙөмтәһендә булыуы ла ихтимал. Һәр хәлдә, сирҙең сәбәбен асыҡлау өсөн табип менән кәңәшләшеү кәрәк.
Марат ХӘЙҘӘРОВ,
1-се республика тире-венерология диспансеры табибы;
Нәсимә ХӘЙҘӘРОВА,
6-сы балалар поликлиникаһының юғары категориялы неврологы.


Вернуться назад