"Ҡорос ат"тарҙы йүгәнләрлек сая ине16.05.2014
"Ҡорос ат"тарҙы йүгәнләрлек сая ине
Ауыр һуғыш йылдары йөгөн үҙ иңендә күтәргән, “ҡорос ат"тарҙы йүгәнләрлек йәрҙәрен һуғышҡа оҙатып, ғүмер буйы уларға тоғролоҡ һаҡлаған тол ҡатындарға, сая рухлы инәйҙәребеҙгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Донъяға йән һәм йәм биреүсе ҡатын-ҡыҙ һәм... һуғыш. Уларҙы күңел бер нисек тә йәнәш ҡабул итә алмай. Әммә, ҡайһылай ғына булмаһын, гөл-сәскәләй ҡыҙҙарыбыҙға ир-арыҫландар ҙа күтәрә алмаҫтай һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңенә алырға тура килде.
Һуғыш Әлимәнең дә хыялдарын селпәрәмә килтерә. Бәләкәйҙән зирәк һәм уҡыуға сос ҡыҙ уҡытыусы булырға хыяллана. Әммә ун алты малай һәм шунса ҡыҙ уҡыған кластың яҙмышы бер көндә тамырынан үҙгәрер тип кем уйлаған?
Тәүге көндән үк атай-ағайҙарының эш урындарына быуындары ҡатып та, балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән уҡыусылар баҫа. Әлимәнең дә һабаҡташ егеттәре фронтҡа алына, иптәш ҡыҙҙары колхозға эшкә сыға. Тыуған ауылы Күсейҙән туғыҙ ҡатын-ҡыҙ (улар араһында һомғол буйлы, оҙон толомло, күҙҙәренән нур һибелеп торған Әлимә лә була) Иҫке Сибай ауылына механизаторҙар курсына уҡырға ебәрелә. Унда ҡыҙҙарҙы трактор һәм комбайн йөрөтөргә өйрәтәләр. Ике ай самаһы уҡығандан һуң, икешәр ҡыҙға бер комбайнсы тәғәйенләп, “Иҫке Сибай” МТС-ынан Ворошилов исемендәге колхоздың Күсей бүлексәһенә дүрт “Коммунар” комбайнын алып ҡайталар. Бригадир Мәсғүт Заманов ҡыҙҙарға: “Юлды яҡшылап ҡарап килегеҙ. Беҙ һуғышҡа киткәс, ошо юлдан йөрөрһөгөҙ”, — тип, һәр ерҙе күрһәтеп, аңлатып бара.
Ысынлап та, тәжрибәле комбайнсы күп тә тормай һуғышҡа алына. Йәш механизаторҙар иген урырға төшә. Көн-төн тимәй, фронтҡа иген, икмәк әҙерләү өсөн янып эшләй улар. Әммә ҡайҙа, ҡасан ғына булмаһын, йәшлек һәр ерҙә йәшлек инде. Баҫыуҙан арып-талып ҡайтһалар ҙа, концерт-спектаклдәр ойошторорға, киске уйындарға сығырға ла ваҡыт табалар. Тап шундай күңел асыуҙарҙың береһендә Әлимә Ишкилдина үҙенең буласаҡ тормош иптәшен – күрше Ҡуштүбә ауылы егете, күптән түгел фин яуынан ҡайтҡан Зәйнулланы — осрата. Күп уйлап тормай өйләнешәләр. Йәш кәләше менән ике ай ғына йәшәп ҡалған Зәйнулла ла фронтҡа саҡырыла. Оҙаҡламай колхоздың иң таҫыллы, егәрле ҡыҙҙарын йыйып, Белорет районының Инйәр урман хужалығына ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Улар араһында — Әлимә Ишкилдина.
— Беҙҙе Инйәргә ике ылау менән килтерҙеләр. Эш шул тиклем ауыр, кискә көскә аяҡтарыбыҙҙы һөйрәп, барактарға ҡайтып йығылабыҙ. Ҡулдар һыҙлай, тән ауырта. Еүешләнгән ботинкалар аяҡҡа ҡуша туңа. Ашау яғы ла наҡыҫ, әммә эш нормаһы ҙур, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Әлимә инәй. Уның бөгөн, һүҙҙе шаяртыуға бороп: “Инйәрҙең урманы ҡоротмаһа, шыпа ҡартаймаҫ инем”, — тип таҡмаҡ әйтеүендә лә хәҡиҡәт бар.
Еңеү хәбәрен Түбә руда идараһында эшләгән сағында ишетә. Туҡтауһыҙ гудок ҡысҡырталар. Бөтә халыҡ ҡыуана, бер-береһен ҡосаҡлап ҡотлайҙар. Әлимәнең күңелендә бер генә уй: “Зәйнуллам ғына иҫән-һау ҡайтһын, һуңғы ваҡытта хаттары ла һирәкләне. Ана бит, ауылдаштарымдың күбеһенә “ҡара ҡағыҙ” килде...”
Йәш ҡатындың теләктәре юш килә. Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршылаған Зәйнулла Ишкилдин 1945 йылдың аҙаҡтарында ғаиләһенә ҡайта. Тәү осрашыуҙа уҡ бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр ҡабаттан ҡауышып, матур йәшәп китә. Әммә әйтеүе генә анһат, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар башлана.
Әлимә инәйҙең ул осор тураһындағы хәтирәләрен дә тыңлайыҡ: “Бигерәк ауыр йәшәнек. Һуғыш емереклектәрен бөтөрөргә тип ай һайын эш хаҡының яртыһын тотоп алып ҡалалар. Малға, ҡош-ҡортҡа һалым да күбәйҙе. Тауыҡ аҫраһаң да, аҫрамаһаң да өй башына — йөҙ дана йомортҡа. Ҡайҙан алаһың уны? Тағы ла шул эш хаҡыңдан тотоп ҡалалар инде. Майын да, көткән һәр һарығыңдың икешәр кило йөнөн дә хөкүмәткә тапшырҙыҡ”.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәйнулла олатай менән алтмыш йылға яҡын бергә йәшәп, алты балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдарының ғүмере бик иртә өҙөлә. Балаларын уҡытып, башлы-күҙле иткәс, Ишкилдиндар 1985 йылдың йәйендә Сибай ҡалаһына күсә. Ҡалала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Әлимә инәй бала саҡ хыялдарын яйлап тормошҡа ашыра башлай. Ул бәйеттәр, шиғырҙар, мөнәжәттәр ижад итә. Тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар: милли кейем өлгөләрен йәштәргә өйрәтеп ҡалыу маҡсатында селтәр бәйләй, күлдәк тегә. Һорағандарға ҡашмау эшләй, ҡорама ҡорай. Туҡһан йәшен ваҡлауына ҡарамаҫтан, бер минут та тик ултыра алмаған, нимә менәндер шөғөлләнгән инәйгә ҡарап, зиһененең камил, иҫенең теүәл булыуына нисек һоҡланмайһың, ҡыуанмайһың? “Күңел йылымды һалып, күҙ нурҙарымды түгеп теккән әйберҙәрем йөрәгемә — йылылыҡ, өйөмә нур өҫтәй”, — ти инәйебеҙ.
Ун биш йыл самаһы элек Зәйнулла олатай мәрхүм булды. Иҫән-һау булһа, былтыр ҡала хакимиәте тарафынан тапшырылған торлаҡ сертификатына ул да ҡалай ҡыуаныр ине! Әлимә инәй әле ике бүлмәле яңы фатирҙа донъя көтә. Аяуһыҙ йылдарҙың барлыҡ ҡыйынлыҡтарын, михнәттәрен кисерергә тура килгән тыл һалдаттары, ысынлап та, ҡәҙер һәм хөрмәткә лайыҡ, сөнки тап улар — тарихтың тере шаһиттары.
Бәхетле ҡартлыҡ кисергән, тормошонда тотош бер дәүерҙе сағылдырған тыл һалдаты Әлимә Ишкилдинаға һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Оҙаҡ йылдар яҡташтарығыҙҙы ҡыуандырып йәшәгеҙ, хөрмәтле ағинәй!


Вернуться назад