Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ16.05.2014
Ни өсөн шулай икәнен аңламаусылар ҙа барҙыр. Бөгөнгө байлыҡ, ил ҡеүәте кемдең хеҙмәте менән тыуҙырылған? Завод-фабрикаларҙы, ҡала-ауылдарҙы кем төҙөгән? Ветерандар! Ғилми асыштарҙы кем уйлап тапҡан, уҡыу әсбаптарын, билдәле роман-повестарҙы кем яҙған? Ветерандар! Сәнғәт, музыка өлкәһендәге ҡаҙаныштар ҙа күктән төшмәгән, уларҙы ла ошо уҡ оло быуын вәкилдәре барлыҡҡа килтергән.

Әгәр ҙә мәгәр Ер йөҙөндә бына ошондай хеҙмәт эйәләре йәшәмәһә, яҡты киләсәк хаҡында фекер йөрөтөү урынһыҙ булыр ине. Ветерандарыбыҙ баһалап бөткөһөҙ эш башҡарған да баһа! Ә ниңә һуң бөгөн ҙур хөрмәткә лайыҡ булырлыҡ хеҙмәт күрһәткән быуынға ғәҙел ҡараш, тейешле ихтирам күрһәтелмәй Рәсәйҙә?!
Уйлап ҡарайыҡ: Башҡортостан буйынса уртаса пенсия – 10 мең һум самаһы, ә бит 5 – 7 мең һум менән хушһынғандар ҙа бихисап. Ни өсөн депутаттар ай һайын 250 – 260 мең һум эш хаҡы алыуҙы "тейеш", "ғәҙел" тип иҫәпләй? Сағыштырып ҡараһаң, йәшәү кимәле ер менән күк араһындай бит. Шуға күрә депутатлыҡҡа үтеү өсөн һуғыш-талаш бара. Улар бер-береһен этеп-төртөп, яманлап, ҡайһы ваҡыт конкуренттарын үҙ юлынан алып ташлап, "халыҡ хеҙмәтсеһе" булырға тырыша. Әммә депутат мандатын ҡулына эләктергәс тә, бәғзеләре һайлау ваҡытындағы вәғәҙәләрен онота.
Ысынлап та, ни өсөн беҙҙең ветерандар фәҡирлек сигендә йәшәй? Улар бындай түбәнселеккә дусар ителергә тейеш түгел дә баһа. Ниңә ошо мәсьәлә тураһында депутаттар уйланмай? Ни өсөн Бөйөк Ватан һуғышында еңелгән Германия ветеранының 90 мең һум пенсия алып, төрлө илдәр буйлап сәйәхәт ҡылырға хәле бар, ә шул уҡ ҡан ҡойошло һуғыш эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Рәсәй граждандары осон-осҡа ялғап, интегеп йәшәй? Мәҫәлән, һуғыш осоро балалары замандаштарының ауыр тормошон еңеләйтеү һәм Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу маҡсатында ҡулдары һөйәлләнеп ҡатҡансы ер эшендә көс түкте. Бындай хәлде үҙ башынан кисермәгән кешеләр өлкәндәрҙең әсе яҙмышына битараф. Ә бит һуғыш йылдарында аслыҡ, яланғаслыҡ, илһөйәрлек, дошмандан илде ҡурсалау хәстәре бөтә совет халҡын берләштерҙе, яҡынайтты, дуҫлаштырҙы. Улар тыуған илебеҙ, тыуған еребеҙ өсөн хәүефле мәлдәрҙә тәүлегенә ун бишәр сәғәт эшләне. Үҫмерҙәр өлкәндәр кеүек үк бер һыныҡ икмәк күрмәй үҫте. Ошоларҙы һөйләһәң, хәҙерге йәштәр уны баштарына ла һыйҙыра алмай. Нисек инде бер киҫәк икмәкһеҙ йәшәү мөмкин? Бына ошондай шарттарҙа ауыр хеҙмәт юлдарын бик иртә башланы тыл батырҙары. "Бөтә нәмә фронт өсөн! Бөтә нәмә еңеү өсөн!" тигән саҡырыу тормош девизыбыҙ булды.
Эштән һуң ҡатын-ҡыҙ фронттағы һалдаттарға картуф киптерҙе, ойоҡбаш, бейәләй бәйләне, ергә ашлама өсөн көл йыйҙы. Өлгөрмәй ҡара! Законы ла ҡаты ине шул ул ваҡытта. Бер кеше – бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн йәшәне.
Башҡортостаныбыҙҙың ере еләк-емешкә, ҡуҙғалаҡҡа, балтырғанға бай булыуы күпме халыҡты, шул иҫәптән беҙҙе, нисәмә тапҡыр аслыҡтан йолоп алып ҡалды! Бына шуның өсөн тәбиғәтебеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡларға тейешбеҙ.
Ҡәһәрле һуғыш йылдарында күпме талантлы йәштәребеҙ белем ала алмай ҡалды! Был юлдарҙы ошо аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ башынан үткәргән кеше яҙа.
Өлкәндәрҙең тормошон ойоштороу буйынса тәҡдимдәрем дә бар. Хәҙерге ваҡытта урындағы ветерандар үҙ йүнен үҙе күрә. Улар менән эшләүсе яуаплы кеше юҡ. Минеңсә, йорт идаралары ҡарамағында ветерандар советы төҙөргә кәрәк. Күптән түгел район хәрби комиссариатында ветерандар менән эшләү өсөн яуаплы вазифа булдырыласағын ишетеп, был ниәтте хуплап ҡаршы алдыҡ. Башланғыс ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын инде.
Көн һайын арта барған оло йәштәгеләр араһында педагогтар, табиптар, ҙур тәжрибәле ойоштороусылар бар. Бына ошо пенсионерҙарҙың аҡылын, энергияһын, көсөн дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. Ветерандарҙың эшмәкәрлеген ойоштороусылар булһа, уларҙың үҙ тәжрибәһен гәзит биттәре аша уртаҡлашыуын һорайым.
Рауил ЯЛСИН,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.



Вернуться назад