Бәхете — уңғанлығынан, тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары. Ысынлап та, шулай булмаһа, ҡырҡ йылға яҡын тик бер урында эшләп, бер мәктәптә балаларға белем бирергә, ғаиләһен ҡарарға, өс балаһын үҫтерергә мөмкин булыр инеме ни?! Хәйер, уның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу: Иҫке Сибай мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәтерләһәң, ул ваҡыттарға әллә күпме йыл үткән, уҡыусылары үҙҙәре күптән атай-әсәй, хатта өләсәй һәм олатай булып, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Ярата Флүрә Хөсәйенова мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтырға, уҡыусыларын иҫкә төшөрә, төрлө саҡтарҙы хәтерләй.
1958 йылда ауылдашы Хәлил Хөсәйеновҡа тормошҡа сыҡҡас, йәш ғаилә Иҫке Сибайҙа төпләнә. Бер-бер артлы ике улы, ҡыҙҙары донъяға килә. Башҡорт балаларын урыҫ телендә иркен аралашырға өйрәтеү, телдең нескәлектәренә төшөндөрөү, Пушкин әкиәттәренә, Есенин, Ахматова шиғриәтенә ҡарата һөйөү уятыу еңелдән булмай. Әммә Флүрә Йәғәфәр ҡыҙының үҙ эшенә үтә лә яуаплы ҡарауы, һәр теманы ентекләп аңлатыуы, талапсан һәм ғәҙел булыуы уҡыусылар араһында хөрмәт һәм ихтирам уята.
— Уҡыусыларымды яраттым, уларҙың һәр береһен үҙ баламдай күрҙем, — ти Флүрә Хөсәйенова. — Ауыл балалары урыҫ телендә аралашырға оялмаһын, ә, киреһенсә, таҙа һәм иркен һөйләшһен тигән маҡсаттан сығып эш иттем. Бурысымды тулыһынса үтәгәнмендер тип уйлайым, сөнки уҡыусыларым диктанттарҙы урыҫ кластарында белем алғандарға ҡарағанда ла хатаһыҙыраҡ яҙа торғайны.
Абруйлы педагог, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Флүрә Йәғәфәр ҡыҙы, ошо көндәрҙә 75 йәшлек матур юбилейын билдәләп, туған мәктәбендә күркәм сара үткәрҙе. Юбилярҙы ҡотларға уның уҡыусылары, бергә эшләгән коллегалары, балалары һәм ауылдаштары йыйылды. Барыһының да күңелендә ул яҡты эҙ ҡалдырыуы, кемгәлер ярҙам итеүе, файҙалы кәңәштәре, биргән белеме менән уйылып ҡалған. Шулай булмаһа, тап уның юбилей кисәһенә тип шунса уҡыусыһы йыйылыр инеме ни?!
Ире Хәлил Хәлит улы менән 53 йыл бергә тигеҙ ғүмер кисереп, заманса төҙөлгән яңы йортта баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, рәхәтләнеп ғүмер кисерә. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, икәүләшеп Иҫке Сибай мәктәбендә ойошторолған компьютер буйынса махсус курсҡа йөрөйҙәр.
— Республика етәкселеге оло йәштәгеләр өсөн бик яҡшы программа булдырған, — тип ҡыуана Флүрә Йәғәфәр ҡыҙы. — Бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, компьютерҙа текст йыйыу, Интернет селтәрендә гиҙеү бигерәк тә мауыҡтырғыс. Киләсәктә үҙебеҙгә компьютер һатып алырға уйлап ҡуйҙыҡ әле, ни өсөн беҙгә замандан артта ҡалырға, киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән скайп аша аралашырға ла иҫәп бар.
Ысынлап та, белем биреүгә бар ғүмерен арнаған, ҡырҡ йылға яҡын балалар уҡытҡан абруйлы уҡытыусының һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, заман менән йәнәш атларға күнеккән уҡытыусы ғына шундай аҙымға барырға хаҡлылыр.
К. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ районы.