Етәксе ниндәй, коллектив та шундай16.05.2014
Етәксе ниндәй, коллектив та шундай
Баш ҡалабыҙҙың Аксаков урамындағы 44-се поликлиникаға һуңғы осорҙа йыш барырға тура килә.

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына аяҡ баҫыу менән регистратура хеҙмәткәрҙәренең яғымлы ҡарашын күреп, табиптарға ышанысым артҡандай, күңел күтәрелгәндәй була. Йылы һүҙ — йән аҙығы шул. Сырхап йөрөгән ерҙән йәшәү теләге көсәйгәнен тоям.
Ҡабул итеү бүлмәләренең йыйнаҡлығы, таҙалығы, шәфҡәт туташтарының һәм табиптарҙың иғтибарлылығы хайран ҡалдыра. Уларҙың ҡулынан көн дә төрлө холоҡло нисәмә ауырыу үтә бит, һәр береһе үҙенең проблемаһы менән мөрәжәғәт итә. Тылсымлы дарыу-энәләрҙән тыш, табиптарҙың яҡшы мөнәсәбәтенән һәм йөрәккә майҙай яғылған шифалы һүҙҙәренән һауығыуыңа оло ышаныс тойоп, ҡанатланып сығаһың.
Улар бит ял көнөндә лә дежур итә. "Ашығыс ярҙам" саҡырырға булһаң, табиптар тиҙ арала килеп етә. Поликлиникаға йыш йөрөгәс, белгестәрҙең күбеһе менән яҡындан танышып бөттөм. Терапевт Л. Юрченко былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса алдынғылыҡты яулаған. С. Абдуллова, Р. Хәсәнова, Э. Йосопова, Г. Алматова, З. Ғәликәйева, О. Черкалина, О. Нуриева, Э. Хромых, Л. Саҡаева, Х. Ғиндуллиналарҙың эшенә тел тейҙерерлек түгел. Йөрәктең электрокардиограммаһын төшөрөүсе М. Жарова, шәфҡәт туташтары Р. Ғилманшина, С. Ғәлләмова эштәрен бик оҫта башҡара.
Һүҙ ҙә юҡ, алдынғы, халыҡ хөрмәтен ҡаҙанған аҡ халатлылар исемлеген тағы ла тулыландырырға мөмкин, әлбиттә. Ошондай татыу, егәрле коллективты етәкләгән Алһыу Гәрәеваға ҙур уңыштар, сабырлыҡ юлдаш булһын. Етәксе ниндәй, коллектив та шундай. Артабан да кешеләргә оҙаҡ һәм намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ.



Вернуться назад