Былтыр республикабыҙҙа 59 260 бәпес донъяға килеп, шунса ғаиләне генә түгел, бөтә йәмәғәтселекте ҡыуандырҙы. Ни тиһәң дә, элгәрге йылдағынан 80 сабыйға күберәк тә баһа.
Ә бит был һандың йәнә 457-гә артығыраҡ булыуы ихтимал ине. Ҡыҙғаныс, бер йәшкә тиклемге шунса бала яҡты донъяға килеп тә йәшәй алманы, ә күпме ата-әсә көтөп алған сабыйын һөйөү шатлығынан мәхрүм булды.
2008 йылға тиклем республикабыҙҙа сабыйҙар үлеме күрһәткесе Рәсәйҙәге уртаса һандан юғары ине. 2009 йылдан ул кәмей төштө. "Росстат" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтырғы һөҙөмтә буйынса был күрһәткес тере тыуған 1000 балаға 7,6 промилле тәшкил итте (Рәсәйҙә — 8,4). Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көнөнә, аҙнаһына, айына республикала күпме сабый донъяға килгәнен теркәп, бөтә мәғлүмәтте федераль реестрға ебәреп тора.
Былтыр сабыйҙар үлеме ҡалала — 3, ауыл ерендә 1 процентҡа кәмене. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә был күрһәткес үтә юғары. Мәҫәлән, Салауат районында (18,7), Ҡыйғы (18,3), Нуриман (17,2), Баҡалы (16,8), Ейәнсура (15,5), Ҡариҙел (14,3), Кушнаренко (12,7), Мәсетле (12,6), Благовещен (12,1) һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа әсә һәм бала һаулығын һаҡлау етди контролгә алынырға тейеш.
Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар араһында үлем осраҡтары теркәлмәгән төбәктәрҙе лә һанап үтәйек: Әлшәй, Стәрлебаш, Федоровка, Благовар, Бүздәк райондары һәм Межгорье ҡалаһы. Киләсәктә лә ошо үрҙе һаҡларға яҙһын.
Яңыраҡ республика Хөкүмәте ултырышында сабыйҙарҙың үлемен кәметеү мәсьәләһе ҡаралды. Белгестәрҙең әйтеүенсә, бәләгә килтергән сәбәптәр араһында әсәнең һаулыҡ торошо, йөклөлөктөң барышы, тормош сифаты, сәләмәтлек мәҙәниәте ҙур әһәмиәткә эйә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: йөклө ҡатындарҙың ни бары 29, 9 проценты өҙлөгөүҙәрһеҙ бала таба. Сабыйҙар үлемен тыумыштан килгән үҫеш аномалиялары ла арттыра, айырыуса йөрәк кәмселектәре күп. Өҫтәүенә һуңғы осорҙа ваҡытынан алда бала табыу осраҡтарының 2,5 тапҡырға артыуы күҙәтелгән.
Медицина учреждениеларын белгестәр менән тәьмин итеү, уларҙың квалификацияһын камиллаштырыу — көн үҙәгендә торған мөһим бурыс. Баш ҡалала заманса балалар клиник-диагностика үҙәген төҙөү кәрәклеген дә етәкселәр таный.
Сабыйҙарҙың үлемен иҫкәртеү, һәр осраҡты ентекле анализлау, дауалауҙа хаталарға юл ҡуймау, табиптарҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу, репродуктив сәләмәтлекте нығытыу буйынса эштәрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Яҡты донъяға килгән сабыйҙарҙы юғалтмау, һәр береһен аяҡҡа баҫтырыу бурысын һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән генә хәл итеп булмаҫы көн кеүек асыҡ.
Яңы тыуған балаларҙың үлем кимәле тармаҡтың торошон ғына түгел, ә йәшәйешебеҙҙең, йәмғиәтебеҙҙең бөгөнгө хәлен дә билдәләй. Ауылдарҙа фельдшерҙарҙың етешмәүе, хатта укол ҡаҙатыу, дарыу һатып алыу мөмкинлеге булмауы, дәүләт медицина учреждениеларын түләүле хеҙмәттәр баҫып алыуы, ябай халыҡтың гарантияланған медицина ярҙамынан мәхрүм ителеүе, был тәңгәлдә табиптарҙың аңлатыу эше алып бармауы хәлебеҙҙе тағы ла мөшкөлләндерә.
Нисәмә йыл табиптарҙың юҡлығына һылтанып йәшәргә, ҡулайлаштырыу еленә ышыҡланып, эшләп килгән дауаханаларҙы ҡыҫҡартырға, ябырға мөмкин? Һөҙөмтәһен күреп торабыҙ: тармаҡ хеҙмәтенә ышаныс кәмегәндән-кәмей, намыҫлы эшләгәндәр исеменә тап төшә, ә халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлауҙа һиҙелерлек алға китеш күҙәтелмәй.