Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, өлкәндәр араһында диспансерлаштырыуҙы үткәреү буйынса эш йәнле дауам итә.
Быйыл беренсе кварталда 170 меңдән ашыу кеше сараның тәүге этабын үткән (23%). Һөҙөмтәләр буйынса 22 мең 309 кеше диспансер күҙәтеүенә ҡуйылған, 35 мең 97-һенә дауа билдәләнгән, 1 мең 413 кеше өҫтәмә диагностика тикшереүенә ебәрелгән, 5 мең 98-енә шифаханала дауаланыу тәҡдим ителгән. Өҫтәүенә 249 кешегә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе ҡарала.
Асыҡланған сирҙәр араһында тәүге урынды — ҡан әйләнеше, икенсе урынды — эндокрин, өсөнсө урынды бәүел-енес системаһы ауырыуҙары биләй. Социаль әһәмиәтле сирҙәрҙән 36 яман шеш, 386 шәкәр диабеты, 1936 йөрәк ишемияһы осрағы теркәлгән.
Статистика һөйөнөслө булмаһа ла, сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртеүҙән һәм сәләмәтлекте һаҡлауға иғтибарҙы арттырыуҙан күптәрҙең отасағына, тейешле дауа алып аяҡҡа баҫасағына шик юҡ.