Яңыраҡ Республика клиник онкология диспансерында үткән фәнни-ғәмәли конференцияла яңғыраған фекерҙәр һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған билдәле онколог, радиолог һәм нейрохирургтар медицина ярҙамының юғары технологиялы ысулдарын ғәмәлгә индереү буйынса фекер алышты. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Александр Афанасьев, Башҡортостанда позитрон эмиссион компьютер томографияһы үҙәге (ПЭТ-КТ) төҙөлөшөн юғары баһалап, былай тине:
— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә был ваҡиға иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки онкология сирҙәре иртә стадияла диагностикалауҙы талап итә. ПЭТ-диагностика алдағы йылдарҙа тармаҡтың стратегик бурыстарының береһен — яман шештән үлем осраҡтарын кәметеүҙе — хәл итәсәк. Дүрт мең квадрат метр майҙанлы үҙәк, республика халҡынан тыш, күрше төбәк пациенттарын хеҙмәтләндерергә лә һәләтле буласаҡ.
Яңы ысул — ике заманса тикшеренеү алымын берләштергән инновация технологияһы ул. Ике алым да бер-береһен тулыландырып, ағзаларҙы иң бәләкәй өлөшсәләргә тиклем тикшерергә мөмкинлек бирә. Ҡыҫҡа ваҡытлы радиоактив нурланышҡа нигеҙләнгән алдынғы ысул сирҙе бик иртә, сәләмәтлеккә артыҡ зарар килтермәйенсә асыҡларға мөмкинлек бирә.
Ядро медицинаһы проекттары, шулай уҡ ПЭТ-КТ диагностикаһының онкология фәнен яңы үҫеш кимәленә сығарыу мөмкинлеге хаҡында етди һөйләшеүҙең кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Әйткәндәй, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостанда 2013 йыл йомғаҡтары буйынса яман шеш сирҙәренән вафат булыу осраҡтары икенсе урынды алып тора. Ә "лидерлыҡты" әүәлгесә ҡан әйләнеше ауырыуҙары ҡулда тота. Һуңғы өс йылда онкология сирҙәренә дусар булғандар һаны 3 процентҡа артып, 100 мең халыҡҡа 287 осраҡ тәшкил иткән. Әле 77 меңдән ашыу ауырыу иҫәптә тора.