Баҫыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бөгөн яҙғы культураларҙы сәсеү буйынса мәләүездәр иң алда бара. Был район игенселәре 44 мең гектарҙан ашыу (планға ярашлы 64 процент) майҙанда эште теүәлләп тә өлгөрҙө. Илештәр – 39 мең гектар (63 процент), стәрлетамаҡтар 38,7 мең гектарҙан ашыу (44 процент) майҙанда орлоҡто ер ҡуйынына һалды.
Республикала бөтәһе 823 мең гектарҙа (41 процент) яҙғы культуралар сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө буйынса план – 61 процент (30 мең гектар), көнбағыштыҡы 54 процент (116 мең гектар) самаһы тәшкил итә.