Баҫыуҙарҙа трактор тауышы яңғырай, һабантурғай һайрай, уңдырышлы ергә тәүге орлоҡтар һалына. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ Баймаҡ игенселәренең күңелен бер аҙ ҡырһа ла, бөгөн төбәктә сәсеү дәррәү бара. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов әйтеүенсә, бөтәһе 76 мең 700 гектарҙа сәсеү эштәрен атҡарыу бурысы тора.
– Йыл һайын республика етәкселеге тарафынан аграрийҙарға ҙур ярҙам күрһәтелә. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте орлоҡ һатып алыуға 32 миллион һум аҡса бүлде, был ярҙам 45 төр хужалыҡҡа таратып бирелде. Хәйбулла, Саҡмағош фермерҙарынан тейешле орлоҡ һатып алдыҡ. Шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн ил һәм республика ҡаҙнаһынан 37 миллион һум субсидия бүленде. Бөгөн райондың 14 хужалығы сәсеүгә төштө, иген культураларын — 20 майҙа, ә дөйөм эште ошо ай аҙағына тамамларға тейешбеҙ, — ти Азат Булат улы. – Тик йылы ғына уңай килһен...
Райондың баш агрономы Раил Рәхмәтуллин менән Радик Рәсүлевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы игенселәре янына туҡталдыҡ. 200 гектар майҙанды биләгән Аҡтау баҫыуында өс сәсеү агрегаты эшкә йәлеп ителгән. Тупраҡтағы дымдың мул булыуы баҫыу батырҙарын бер аҙ тынысландырһа, көндәрҙең эҫе тороуы, бигерәк тә туҡтауһыҙ ҡоро ел иҫеүе хафаландыра. Шуға күрә игенселәр һәр минуттың ҡәҙерен белеп, тиҙ арала ергә орлоҡ һалырға тырыша, эш ике сменала алып барыла.
Баҫыуҙа тәжрибәле игенселәр тир түгә. Орлоҡ ташыусы Илгиз Ниғәмәтовтың утыҙ йылдан ашыу эш стажы булһа, механизаторҙар Ирек Сәйетҡолов, Исмәғил Ҡаҙаҡҡолов, Сәлим Ишмырҙин, Ғилфан Кәримов, Булат һәм Морат Тотмановтар ҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә.