Өфөлә ядро медицинаһы үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән “УК “РОСНАНО” идараһы рәйесе Анатолий Чубайс ҡатнашты.
Яман шеш афәте йәмәғәтселекте ҙур хәүефкә һала. Яңы йәшәй башлаған сабыйҙарҙы ла, өлкәндәрҙе лә аямай ул. Республикабыҙҙың баш ҡалаһында асылған ПЭТ-үҙәктең төп маҡсаты – ошо ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау, һөҙөмтәле дауалау. Төҙөлөш өсөн 956 миллион һум самаһы инвестиция һалынған.
Ошоғаса үҙәктә 170-тән ашыу кеше диагностика үтеп өлгөргән. Бындағы заманса компьютер томографияһы менән кардиология, неврология ауырыуҙары ла ваҡытында асыҡлана, химия терапияһы ярҙамында дауаның һөҙөмтәлелеге күҙәтеүҙә тотола.
Тиҙҙән үҙәктә “Кибернож” тигән ғәжәп үҙенсәлекле роботлаштырылған радиохирургик ҡоролма ла эшкә ҡушыласаҡ. Ул яман шеш ауырыуҙарын нур ярҙамында дауаларға булышлыҡ итә. Бындай заманса ҡатмарлы ҡоролмаларҙа эшләү өсөн техник һәм медицина хеҙмәткәрҙәре Америкала һәм Европала белемен камиллаштырған, тәжрибә туплаған. Теләгән һәр кеше үҙәккә килеп тикшереү үтә ала.