Татыулыҡты нығытыуҙа өлөшө ҙур19.01.2012
Татыулыҡты нығытыуҙа өлөшө ҙурЯңыраҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Өфө епархияһын үҙгәртеп, Башҡортостан митрополияһын ойоштороу, бығаса Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы булған Никондың (Николай Васюков) митрополит дәрәжәһе алыуы һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ағза итеп һайланыуы тураһында һүҙ барҙы.
Митрополия составына Өфө, Нефтекама һәм Салауат епархиялары ингән. Архимандрит Амвросий Нефтекама һәм Бәләбәй епискобы вазифаһына һайланған. Өфө кафедраһына митрополит Никон һәм уның ярҙамсыһы — епископ Николай — етәкселек итәсәк. Салауат епархияһы өсөн кемдең яуаплы булыры әлегә билдәһеҙ.
Митрополит Никондың Рәсәй Йәмәғәт палатаһына һайланыуы, һис шикһеҙ, уның фиҙакәрлегенә һәм һәләтенә бәйле. Өфө епархияһы егерме йыл самаһы элек ни бары ете приходтан торған булһа, хәҙер улар 290-ға етте, һигеҙ монастырь эшләй. Ошо уңышта һәм һуңғы осорҙа төбәктә дини нигеҙҙә бер ниндәй бәхәс тыумауында, йәмғиәттә татыулыҡтың нығыныуында Никондың да өлөшө ҙур.
— Мин Йәмәғәт палатаһына православие христиандарының түгел, ә Башҡортостан халҡының вәкиле булараҡ һайландым, — тип аңлатты митрополит. — Яҡташтарымдың мәнфәғәтен асыҡ сағылдырырға һәм ҡыйыу яҡларға тырышасаҡмын.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад