Мәғлүм булыуынса, былтыр Берҙәм дәүләт имтихандарының контроль-үлсәү материалдарын Интернетта урынлаштырыу буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында “алдынғы”лыҡты яуланы: бындай 19 осраҡ теркәлде.
Күңелһеҙ хәл ҡабатланмаһын өсөн һынауҙы үткәреүҙе ныҡлы контролгә алыу мөһим.
— Һәр кемде ғәҙел булырға, аныҡ һөҙөмтәгә ынтылырға саҡырам, — тине республика Хөкүмәтендә БДИ мәсьәләләре буйынса үткән кәңәшмәлә Президент Рөстәм Хәмитов. — Һынау барышын үҙем контролдә тотасаҡмын.
(Сараға бәйле тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).