«Башҡортостан»дың «Тиҙ ярҙам»ы эш башлай16.05.2014
Тормошобоҙҙа күңелде күтәргән мәлдәр ҙә, йәнде көйҙөргән хәлдәр ҙә етерлек. Беҙҙең теләк – һеҙҙең ярҙамығыҙ менән йәмғиәттәге кире күренештәргә баһа биреү, кәйефте ҡырған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә өлгәшеү. Әйтәйек, ҡайҙа ветерандар тураһында тейешенсә хәстәрлек күрелмәй, ҡайҙа эскелек, наркомания “сәскә ата”, ҡайҙа сүплектәр хасил булған, ҡайҙа гәзит-журнал ваҡытында килтерелмәй – ошондай һәм башҡа төрлө хәл-ваҡиғаларға битараф булмаһаҡ ине, туғандар! Кемдер килеп теге йәки был етешһеҙлекте бөтөрөр әле тип көтөп ятмайыҡ, үҙебеҙ әүҙемерәк булайыҡ. Бер төптән эш итһәк кенә әйләнә-тирәбеҙҙә кәмселектәрҙән ҡотола аласаҡбыҙ, шунан инде донъябыҙ йәмләнеп, рухыбыҙ йәнләнеп китер тигән өмөттәбеҙ. Бөгөн нимә борсой һеҙҙе, дуҫтар? Төрлө кимәлдәге етәкселәргә ниндәй дәғүәгеҙ, тәҡдим-үтенесегеҙ бар? «Башҡортостан» гәзите һеҙҙең мәнфәғәттә махсус телефон булдырҙы.
8 937 48 777 80
һандарын йыйып, редакцияға смс-хәбәр ебәрә йәки шылтырата алаһығыҙ.
«Ялыу кенәгәһе» рубрикаһы һеҙҙе, ғөмүмән, ауыл, ҡала халҡын борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йоғонтоло көс булыр, тип ышанабыҙ. Иң мөһиме – «Башҡортостан»дың «Тиҙ ярҙам»ы һеҙҙең янға йәһәт кенә барып етергә һәм, килеп тыуған проблеманы төплө өйрәнеп, гәзит битендә тейешле тәнҡит мәҡәләһен баҫтырып сығарырға һәр саҡ әҙер.
Һеҙҙән хәбәрҙәр көтәбеҙ! Бары тик исем-шәрифегеҙҙе, йәшәгән урынығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.


Вернуться назад