Шағир рухы изге эштәргә әйҙәй16.05.2014
Шағир рухы изге эштәргә әйҙәй
Рәшит Назаровтың исемен атау менән ҙур таланттар, уларҙың онотолмаҫ ижады, ҡатмарлы яҙмышы, фажиғәле тормошо иҫкә төшә. Улар араһында беҙҙең шағирыбыҙ ҙа сағыу, ҡабатланмаҫ бер йондоҙ булып балҡый. 1944 йылдың ноябрендә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында Фатима менән Сәйетбаттал Назаровтарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуған Рәшиткә Хоҙай мәктәптә уҡыған, колхозда эшләгән, армиялағы хеҙмәте башланған осорҙа – ни бары биш-алты йыл ғына – ирекле ижад итеү бәхетен биргән...

Шағир рухы изге эштәргә әйҙәй Ябай ерҙән йондоҙ бейеклегенә күтәрелгән Рәшит Назаровтың тыуыуына быйыл 70 йыл туласаҡ. «Башҡортостан» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, ошо датаны билдәләүгә нигеҙ һалып, шағирҙың тыуған ауылына юлланды.
– Йылдың-йылы Рәсәйҙә ағас ултыртыу акцияһы йылдам бара. Беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә былтыр Өфө районының Шамонин, Ҡырмыҫҡалы районының Ибрай ауылдарында ағас ултыртты. Бөгөн иһә мәшһүр шағирҙың тыуған ерендә “Рәшит Шағир рухы изге эштәргә әйҙәйНазаров аллеяһы”на нигеҙ һалырға булдыҡ. Төрөмбәт мәктәбенә уның исемен биреү – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Баш ҡалала ла шағирыбыҙҙың исемен йөрөткән урам юҡ. Рәшит Назаровтың рухы һеҙҙе лә, беҙҙе лә гел изге эштәргә әйҙәһен, – тине «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов мәктәптә үткән осрашыуҙа.
Сараға шағирҙың ижадын пропагандалау, уның әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү өсөн күп көс һалған, «Башҡортостан» гәзите Шағир рухы изге эштәргә әйҙәйбиттәрендә Рәшит Назаров тураһында байтаҡ мәҡәлә баҫтырған шағир Риф Мифтахов та килгәйне.
– Рәшит Назаров һүҙҙең ғәжәйеп тәьҫир итеү, үҫеү көсөн күрһәтте. Уның ижады менән үҙемдекенә ҡарағанда ла күберәк шөғөлләндем. Ул, әсәнән тыуһа ла, Хоҙай яралтҡан шағир. Һеҙҙең ерегеҙ – бында төрлө саралар үтер шиғриәт үҙәге. Рәшит Назаров – бер ваҡытта ла рухын төшөрмәгән, үҙе булып ҡалған шәхес. Быйыл, юбилей йылында, шағирҙың китабын баҫтырғанда Шағир рухы изге эштәргә әйҙәйяҡшы булыр ине, – тине ул.
Ауырғазы район Советының рәйес урынбаҫары Вәзир Сәғәҙиев, Төрөмбәт ауыл хакимиәте башлығы Аманулла Мөхәмәтшин яҡташ шағирҙары тураһында йылы иҫтәлектәрен һөйләне.
Төрөмбәт урта мәктәбе директоры Гөлназ Ильясова күптән мәктәп ихатаһына ағас ултыртыу хыялы менән яныуҙары хаҡында әйтте.
– “Башҡортостан” журналистарының бөйөк шағирҙың аллеяһын булдырыуы, уларҙың белем усағына Рәшит Назаровтың исемен Шағир рухы изге эштәргә әйҙәйбирҙереү ниәте мәктәптең киләсәгенә ышанысты арттыра, – тине ул.
Төрөмбәттәр Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның моңло йырҙарын, республикабыҙҙың Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙҙа оҫта уйнауын, шағир һәм драматург Салауат Әбүзәровтың, сатирик Венер Исхаҡовтың, йәш әҙип Айгиз Баймөхәмәтовтың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы.
Осрашыуҙан һуң барлыҡ мәктәп коллективы һәм ҡунаҡтар шағир Шағир рухы изге эштәргә әйҙәйрухына бағышлап ағас ултыртырға сыҡты. Рәшит Назаровтың бер туған ағаһы Миҙхәт, бер туған ҡустыһы Закир, класташы Миҙхәт Аҫылбаев та изге эшкә ҡушылды.
...Стәрлетамаҡ урмансылығы (етәксеһе – Рамазан Хәйҙәров) биргән шыршылар киләсәктә урман булып шаулар, ә Рәшит Назаровтың һоҡланғыс ижады уҡыусылар күңелендә мәңгегә урын алыр.

Шағир рухы изге эштәргә әйҙәйШағир рухы изге эштәргә әйҙәйШағир рухы изге эштәргә әйҙәйШағир рухы изге эштәргә әйҙәйШағир рухы изге эштәргә әйҙәй


Вернуться назад