Быйыл ағайым Фәрүәз Ғилмановҡа 90 йәш тулған булыр ине. Әгәр һуғыш булмаһа... Ул Салауат районының Арҡауыл ауылында 1924 йылда тыуған. 1942 йылда Х класты тамамлағас, армия сафына алына һәм, шул йылда уҡ һуғышҡа инеп, авиацияла борт механигы булып хеҙмәт итә.
Ул армияға киткәндә мин бәләкәй булғанмын, ни бары ике йәш кенә. Шулай ҙа бер генә күренеш күҙ алдында ҡалған: бөйөрөнә таянып тәҙрәнән ҡарап торған мәле. Ә инде уның һәләттәре, һөнәрҙәре тураһында әсәйемдең һөйләгәндәренән, апайымдарҙың, икенсе ағайым Әғзәмдең хәтирәләренән генә беләм. Шулай уҡ ағайым хаҡында мәктәптә уҡыған саҡта ул ваҡыттағы мәктәп директоры, башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәрип ағай Вәлиев тә йыш ҡына телгә ала торғайны. Уның мәктәптең стена гәзитен матур итеп биҙәүен, ғөмүмән, бик оҫта рәссам булыуын һөйләгәйне. Ә иҫ киткес матур рәсемдәрен үҙем дә беләм, бер нисәһен бик оҙаҡ йылдар һаҡлап та йөрөттөм. Һуғыштан бер нисә тапҡыр төшөндә күргәндәрен һүрәткә төшөрөп ебәргәйне.
Ғаиләлә барыбыҙ ҙа мандолинала уйнаныҡ. Ә ошо музыка ҡоралын ағайым үҙ ҡулы менән эшләгән. Әле ул саҡта мәктәп уҡыусыһы ғына булған. Өйҙә ағайым яһаған скрипка ла була торғайны. Музыкаға, моңға битараф булмағанлығы, бәлки, инәйемдең матур йырлауынан да күскәндер. Инәйем халыҡ йырҙарын йырлай, беҙ уға эйәреп скрипкала уйнайбыҙ. Бигерәк тә Әғзәм ағайым матур уйнар ине. Ул Өфөлә һуғыштан һуң 9-сы мәктәп тип аталған (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) билдәле уҡыу йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев менән бергә ике йыл уҡыны. Абдулхаҡ ағай хәҙер ҙә, ағайым тураһында һорашҡанда, һәр ваҡыт уның мандолинала бик оҫта уйнауын: “Аккордеонда Бәхти (Бәхти Ғайсин. – Авт.) булһа, мандолинала Әғзәм виртуоз уйнай торғайны”, – тип иҫкә ала.
Әле колхозлашыу ваҡытындағы ауырлыҡтарҙан арынып та өлгөрмәгән илдең баштан-аяҡ ҡоралланған Гитлер армияһына ла бирешмәүен, сараһы ҡалмағанда үҙ кәүҙәһе менән булһа ла дошмандың утын ҡапларға һәләтле һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығын күпме данлаһаң да аҙ булыр кеүек. Халҡыбыҙға ундай афәттәрҙе яңынан күрһәтмәһен Хоҙай!
Әле бына Украинала нацизмдың баш күтәреүенә юл ҡуйылыуын, ҡайһы яҡлап уйлаһаң да, аңлап булырлыҡ түгел. Фашизмдың кешелек донъяһына һалған бәләләрен яҙып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел, ә уны яҡлаусыларҙың тағы ла йәнләнеүе үтә лә хәүефле. Әлбиттә, был идеология бер ваҡытта ла өҫтөнлөк алмаҫ, ләкин яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш ҡорбанһыҙ була алмай.