Ил ҡалҡаны бында әҙерләнә14.05.2014
Ил ҡалҡаны бында әҙерләнә
Байрам парады. Хәрби кейемдә төп-төҙ атлаған курсанттар... Ҡеүәтле хәрби автомобилдәр... Мәләүез ҡалаһында Бөйөк Еңеү байрамы йылдағыса тантаналы шарттарҙа үтте.

Ҡала хакимиәте етәкселеге изге байрамды ҙур әҙерлек менән ҡаршыланы. Был тарафта районда йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Хакимиәт ҡарамағындағы координация советы әүҙем эшләй. Уның составына хакимиәттең йәштәр, спорт бүлектәре етәкселәре, ДОСААФ, чернобылселәр, афғансылар, һуғыш, хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ижтимағи ойошмалары, үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре инә һәм үҫеп килеүсе быуындың тормошҡа әҙерлекле булып аяҡ баҫыуын хәстәрләй.
Был эшкә ДОСААФ ойошмаһы ла ҙур өлөш индерә, патриотик байрамдарға, район һәм республика күләмендәге спорт сараларына йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе ылыҡтыра, еңеүселәргә приздар тапшыра. Район һәм ҡалалағы спорт ҡоролмалары, мәҙәни объекттар балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү йүнәлешендә киң файҙаланыла. ДОСААФ йәштәребеҙҙе Рәсәй Армияһы сафтарына һәйбәт әҙерлек һәм һөнәр биреп оҙата, шуға улар яҡшы хеҙмәт итә, әрме ауырлыҡтарына бирешмәй.
Ил ҡалҡаны бында әҙерләнә2004 йылдан алып ДОСААФ-тың Мәләүез районындағы бүлексәһенә Фәйрүс Фәнис улы Ғафаров етәкселек итә. Ул граждандарға патриотик тәрбиә биреү эшен әүҙемләштереүгә, бүлексәнең матди-техник нигеҙен нығытыуға өлгәште.
Хәҙер Мәләүез автомәктәбе ДОСААФ-тың Башҡортостан төбәк бүлегенең ғорурлығы һанала. Республикала беренселәрҙән булып инвалидтарҙы автомобилдә ҡул менән идара итеүгә уҡытыу яйға һалынған. Шәхси машинаны ҡул менән идара итеүгә көйләү өсөн сертификатҡа ла эйә улар.
Бурыстар муниципаль берәмек хакимиәте, хәрби комиссариат, предприятиелар, учреждениелар, уҡыу йорттары етәкселәре, шулай уҡ Мәләүездең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының "Яугирҙәр туғанлығы" советы, төрлө конфессия вәкилдәре һәм башҡаларҙың ярҙамы һәм ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырыла.
Хәрби комиссариаттың Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары буйынса бүлеге начальнигы Рөстәм Кантемиров бына нимә ти:
Ил ҡалҡаны бында әҙерләнә– Үҫмерҙәрҙе хеҙмәткә әҙерләүгә ДОСААФ индергән өлөштө баһалап бөтөрлөк түгел. Рәсәй Ҡораллы Көстәренә белгестәр туплауҙа ла, дәүләт контрактын үтәү буйынса ла өлгө күрһәтәләр. Йыл һайын 90 курсант, "С" категориялы шофер танытмаһы алып, армияға һөнәрле булып бара һәм яҡшы хеҙмәт итеп ҡайта. "Зарница" хәрби-патриотик уйыны ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ғәскәри хеҙмәткә саҡырыусылар көнөн үткәргәндә лә ДОСААФ ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтә. Ғөмүмән, хәрби-патриотик тәрбиә һәм йәштәрҙе армияға әҙерлек үҙәктәре булдырыу, төрлө ярыштар ойоштороу, халыҡты спорт сараларына йәлеп итеү һәм башҡа эштәрҙә һынатмауҙары маҡтауға лайыҡ. Хәрби хеҙмәттә бурысын үтәгән беҙҙең егеттәр юғары әҙерлекле булыуы менән айырылып тора, улар исеменә частарҙан бик күп рәхмәт хаттары килә. Ҡыҫҡаһы, илде һаҡларға әҙер булырға саҡыра ойошма.
Рәсәй Оборона министрлығы ярҙамында 15 ноутбук, интерактив таҡта, махсус әсбаптар алыуға өлгәштек. Курсанттар бик ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә. Тағы бер яңылыҡ – "КамАЗ" автомобилен йөрөтөргә өйрәнеү өсөн заманса тренажерлы булдыҡ. Ул торған һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү кабинеты – республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Киләһе йыл ДОСААФ-тың Мәләүез бүлексәһе йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Быйыл да Еңеү байрамында автоуҙыш ойошторолдо. Мәңгелек утҡа сәскә һалынды, Хәрби дан музейында ветерандар хөрмәтенә тантана булды.
Йәштәргә әйтер һүҙем шул: армияһыҙ көслө ил булмай. Хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ! Беҙ һеҙгә һөнәр алырға ярҙам итәбеҙ, ул артабанғы тормошоғоҙҙа ла кәрәк буласаҡ.


ҺҮРӘТТӘРҘӘ: етәксе Фәйрүс Ғафаров; парадтан күренеш; Дамир Сәлимгәрәев яңы кабинетта дәрес үткәрә.


Вернуться назад