Күмәктең көнитмеше күңелле14.05.2014
Күмәктең көнитмеше күңелле
Эй яҙмыш, яҙмыш! Маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрәһең тиеүҙәре дөрөҫтөр инде. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына ниндәй генә һынауҙар ҡуймай! Шул мәлдә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ауырлыҡтарға түҙгәндәргә бәхетле тормош бүләк итә.

Ейәнсура районының Ибрай ауылында йәшәгән Илһам Күсәрбаев ғаиләһен дә ел-дауыл урап үтмәгән. Күрше Сиреғол ауылы ҡыҙы Зөлфирә менән яратышып өйләнешеп, ҙур йорт һалып, ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ҡайғы килә. Ҡатыны, ғәзиздәрен ҡалдырып, бишенсе балаһын тапҡанда, яҡты донъя менән бәхилләшә. Киләсәккә ҡорған уй-хыялдар селпәрәмә килә. Тик көслө ихтыярлы, эшһөйәр атай, ҡыйын булһа ла, күңел рухын һындырмай, балаларына бөтә иғтибарын бүлә, тырышып эшләй. Ауыр минуттарҙа туғандары, Зөләйха апаһы ярҙам итә.
2012 йылда “Йәншишмә” гәзитендә Илһам Күсәрбаевтың биш бала тәрбиәләүе хаҡында мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, тормошо уйламағанда ҡырҡа үҙгәреп китә. Байрам алдынан Айгөл исемле ханымдан 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, открытка килеп төшә. Эргәһенә телефоны ла яҙылған. Өс-дүрт көн үтмәй, шылтыратырға була Илһам. Шулай итеп март айында осрашып танышалар. Айгөл апайҙың төҫ-ҡиәфәте менән бер аҙ Зөлфирәгә оҡшап тороуы Илһам ағайҙы арбай. Күп тә үтмәй никах уҡытып ҡуялар.
Күмәктең көнитмеше күңелле– Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында бухгалтер булып эшләп йөрөй инем. Өс баланы үҙем үҫтергән сағым. Йыл һайын “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзитен яҙҙырабыҙ. Биш баланы бер үҙе тәрбиәләгән ир-ат хаҡында “Атайға миҙал булырмы?” тигән мәҡәләне уҡыным да үҙем шул балаларҙы бәхетле иткем, әсә наҙын биргем килеп китте, – ти Айгөл.
Әле Айгөл менән Илһам Күсәрбаевтар һигеҙ баланы матур итеп тәрбиәләй. Зөбәржәт баш ҡалала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында – X, Нәркәс ауылда – IX, Наҙгөл менән Илфир – VII, Айзилә – V, Мират – IV, Айназ III класта уҡый, Азалияға – 4 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.
– Балалар сит яҡҡа нисек өйрәнеп китер, үҙҙәрен нисек тотор, мәктәптә уларҙы нисек ҡабул итерҙәр тип ҡурҡҡайным. Шөкөр, барыһы ла һәйбәт, бик татыуҙар. Күҙ теймәһен инде! – ти хужабикә.
Һөйләшкән саҡта йорт эсендә көлөшә-көлөшә сумка бәйләгән Наҙгөл менән Айзиләгә, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнгән Нәркәскә иғтибар иттем. Бер-береһенә оҡшаш, игеҙәк кеүек Айназ менән Мират йөҙҙәре алһыуланып, ауыҙҙары йырылып, тыштан килеп инде.
Балаларҙың һәр береһенең яратҡан шөғөлө бар икән. Наҙгөл менән Айзилә ҡул эшенә оҫта: бәйләм бәйләргә, тегергә яраталар. Илфир уйлап табырға әүәҫ. Сананың, велосипедтың нимәһендер үҙгәртеп, төрлө әйберҙәр эшләп ҡуя. Велосипедты йәй көнө мотоцикл итеп тә бөткән. Айзилә йыр-бейеүгә һәләтле. Айназ менән Мират район кимәлендә йыр конкурстарында ҡатнашып торалар.
– Һигеҙ баланы ҡарауы, ай-һай, еңел түгелдер. Ҙур кәстрүлдә аш бешерәһегеҙҙер, оҙон өҫтәл ҡуйғанһығыҙҙыр инде, күп кешегә бешереүе лә ауырҙыр әле, тиҙәр. Бер ҙә ҡыйынлығы юҡ. Үҫкәндәр бит инде, үҙҙәре ярҙам итә. Берәүһе генә өйҙә булмаһа ла, ниҙер етмәгән кеүек. Өфөнән Зөбәржәт ҡайтһа, күңел тынысланып ҡала, – ти Айгөл Рәйес ҡыҙы.
Ғаиләлә тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы матур итеп үткәрәләр. Йәйгеһен яланға сығырға яраталар.
Айгөл менән Илһам Күсәрбаевтарҙың уңғанлығына һоҡланырлыҡ.
– Айгөлөм — бик шәп ашнаҡсы ул. Күрше-күлән дә шылтыратып, аш-һыу рецебын һорай, – ти Илһам ағай.
Ғаилә башлығы ауылда төрлө эш башҡара: яҙ тракторы менән ауылдаштарының картуфлыҡ ерен һөрә, йәйгеһен кешегә бесән саба, йыя, алып ҡайтыша, ҡайһы саҡта такси водителе лә булып ала. Тырышлығы бәләкәйҙән килә инде. Уҡыусы сағында әсәһенә һарыҡ ҡырҡырға, сөгөлдөр уташырға булышҡан.
Күсәрбаевтар ғаиләһе ҡура тултырып һыйыр, башмаҡ, ваҡ мал аҫрай. Йәй баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорттары күп. Балаларҙы ла эшкә өйрәтәләр, малайҙар аталары янында булһа, ҡыҙҙар әсәйҙәренә һауыт-һаба йыуыша, өй йыйыштырыша.
Күп бала тәрбиәләүсе булараҡ, Күсәрбаевтарға дәүләт тарафынан ниндәй ярҙам күрһәтелеүен белешәбеҙ.
– “Әсәлек даны” миҙалы бирелмәй ҡалды инде, юллап ҡарағайныҡ та ул. Әле район үҙәгендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса 2010 йылдан алып сиратта торабыҙ. Сиратта меңенсебеҙ, тиҙ генә булмай, тиҙәр. Шуға үҙебеҙ, туғандар ярҙамы менән, атай нигеҙендә ике ҡатлы йорт һала башланыҡ. Балаларҙың һәр береһенә бүлмә кәрәк бит, – ти Илһам Миңлеғәле улы.
– Аллаға шөкөр, ышаныслы кешем Илһамым, балаларым бар. Зөләйха апай ярҙам итә. Берәй ҡайҙа барһаҡ, донъяны уға ҡалдырабыҙ, кәңәш тә һорайбыҙ. Күршеләребеҙ бик һәйбәт. Зөлфирә мәрхүмәнең туғандары ла мине үҙ итте, ситкә типмәне. Уларға бик рәхмәтлемен! Бөтәһе лә иҫән-һау булһын, балаларыбыҙ ауырымаһын! – ти Айгөл апай.
Йорт хужабикәһе күңелендә йөрөткән бер серен дә сисеп һалды. Тыуған ауылына бер нисек тә балаларҙың бөтәһен дә алып бара алмайҙар икән. Шуға хыялдары – “ГАЗель”ле булыу.
– Машинабыҙ бар ҙа ул, барыбыҙ ҙа һыйып бөтмәйбеҙ. Шуға ҡунаҡҡа барғанда, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда ике рейс яһарға тура килә. Күрше Сиреғол ауылына барһаҡ та, ике тапҡыр йөрөгәс, район үҙәгенә барғандай булабыҙ, – ти ул.
Тфү-тфү, Күсәрбаевтар ғаиләһенә күҙ генә теймәһен. Иншалла, Айгөл менән Илһамға балаларын матур итеп тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырырға, оҙаҡ-оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.


Вернуться назад