Быйыл ҡыш Белорет — Магнитогорск юлында бер ғаилә, автомобилен ҡалдырып, урманға юллана. Кире әйләнеп килгәндә машиналарының тәҙрәләре ватылған, документтары, навигатор һәм башҡа әйберҙәре урланған була. Улар шунда уҡ полицияның "Белорет" муниципаль-ара бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Был эште енәйәт тикшереү бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы, полиция капитаны Руслан Ғафаровҡа йөкмәтәләр. Автомобилдәрҙе ошондай ысул менән талау бынан һуң да дауам итә. "Ҡурташ" биатлон базаһына килеүселәрҙең юл буйында ҡалдырған еңел машинанан аҡса, документтар, магнитола юҡҡа сыға.
— Бурҙарҙы аҡса ҡыҙыҡһындырғаны аңлашылып тора ине, сөнки улар документ, сумка кеүек әйберҙәрҙе ҡарағандан һуң, юл буйында ташлап китә. Беҙ шунда уҡ Магнитогорск ҡалаһы йүнәлешендә эшләргә кәрәклеген билдәләнек, — ти Руслан Сергеевич.
Артабан полиция хеҙмәткәрҙәре ошоға оҡшаш енәйәттәр күрше Әбйәлил, Силәбе өлкәһенең Верхнеурал, Агаповка райондарында, Магнитогорск ҡалаһында ла ҡылыныуын асыҡлай. Унда ла балыҡсыларҙың автомобилдәрен талау осраҡтары булған. Шаһиттар аҡһыл көрән төҫтәге "ВАЗ-2109" моделле автомобилдең "089" һандарын, "Н" хәрефен һәм 74-се төбәктә теркәлгән транспорт икәнлеген иҫендә ҡалдырған.
6 апрелдә Ҡаҫмаҡтыға боролған урында йәнә бер енәйәт ҡылына. Ҡарауһыҙ ҡалдырылған автомобилдең тәҙрәһен ватып, сумка, кейем һәм башҡа ваҡ-төйәк әйбер урлана. Ошо ерҙә машинаның тәгәрмәс эҙҙәренән "аусыларҙың" ҡырын эшкә сит ил автомобилендә йөрөүҙәре билдәле була. Шулай уҡ аяҡ эҙҙәре асыҡ күренеп ята.
Был көндәрҙә ошо енәйәтте асыу менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәренә ялһыҙ эшләргә тура килә. 13 апрелдә Р. Ғафаровҡа "Ҡурташ" биатлон базаһы эргәһендә ориентировкаға тап килгән автомобилдең күренеүе тураһында хәбәр итәләр. Руслан Сергеевич теге автомобилде табып эҙәрлекләй башлай, шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарына хәбәр итә. Абҙаҡты үткән ерҙәге үлсәү контроленең дежур инспекторҙары шикле автомобилде туҡтата. Шулай итеп, бер нисә йыл талау менән мауыҡҡан Магнитогорск ҡалаһынан 1983 йылғы В. Ермачко һәм 1977 йылғы Н. Третьяков ҡулға алына. Енәйәтселәрҙе тотҡан саҡта В. Ермачко 6 апрелдә урланған куртканы кейгән була. Н. Третьяковтың аяҡ кейеме табаны урлашыу урынында табылған эҙҙәргә тап килә.
Автомобиль талаусылар енәйәт ҡылыуҙарын тулыһынса таныған. Ике ир ҙә быға тиклем енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Урлашыуҙарының сәбәбен улар: "Беҙҙең өсөн ҡәнәғәтлек алыу ул", — тип аңлатҡан. Тимәк, тәүге тапҡыр алған язалары һабаҡ булмаған. Бәлки, был юлы нығыраҡ уйланырҙар.