Һәр йылдағыса, баҫмабыҙға арзаныраҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкинлек бар — 15 майҙан алып 30-ына тиклем бер ни ҡәҙәр ташлама яһала. Шуға күрә гәзиткә яҙылыуҙы июндең һуңғы көндәренә ҡалдырмай, әле үк хәстәрлек күрһәгеҙ, һис шикһеҙ, отасаҡһығыҙ.
Һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, үтенесебеҙҙе лә еткерәбеҙ: ошо форсаттан файҙаланып, “Башҡортостан”ды яҙҙырып, квитанцияһын атай-әсәйегеҙгә, туған-тыумасағыҙға, яҡындарығыҙға бүләк итһәгеҙ ине. Һәр һанын ҡулдарына алған һайын улар һеҙҙе рәхмәтле уйҙар менән иҫтәренә төшөрөр.
Яҙыл һәм сертификат ал! Йылдың икенсе яртыһына гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡының байтаҡҡа артыуын күреп, арағыҙҙа почта бүлексәһенә барыуҙы кисектергән, баҫманы артабан алдырырғамы-юҡмы тип икеләнгән кешеләр барҙыр, моғайын. Ләкин кәйефегеҙҙе төшөрөргә ашыҡмағыҙ, “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан почта элемтәһе идаралығы тағы бер мөмкинлек тәҡдим итә.
15 майҙан 15 июнгә тиклем барған акция ваҡытында баҫмабыҙға яҙылыусыларға (50600 индекслыһына — ике шешә, 99802 индекслыһына — бер шешә) көнбағыш майына сертификат бирелә. Был турала почта бүлексәләрендә беләләр, аңлашылмаусанлыҡ тыуырға тейеш түгел.
Ошо хаҡта күрше-күләнегеҙгә, таныштарығыҙға, дуҫтарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине.