Иртәгә Өфөлә мәғрифәтсебеҙ, шағир М. Аҡмуллаға ҡуйылған һәйкәл алдында сәғәт 4-тә башланасаҡ “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм тасуири уҡыу буйынса акцияны халҡыбыҙ дәррәү күтәреп алды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге һәм Интернеттағы “Башҡорт телен ҡәҙерләйек” төркөмө тарафынан ойошторола ул. Байрамға әҙерләнгән кеүек тотондо мәшһүр эпостың юғары кимәлен баһалағандар был эшкә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә, заманыбыҙҙың мәртәбәле сәсәниәһе Розалия Солтангәрәева менән йәш сәсәндәр ҙә, Рәсәй Федерацияһындағы башҡорт-татар ойошмалары ла был акцияға ҡушылды.
Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге төҙөгән сценарий буйынса Ирәмәл тауы башында, башҡа тәбиғи ҡомартҡылар һаҡланған урындарҙа эпосты уҡырға әҙерләнәләр. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының шахтаһында бер шахтер ҙа ошондай теләген белдерҙе. Учалы районының Зәйнулла ишан исемендәге мәсете, район мәктәптәре сараны әүҙем күтәреп алды.
Иртәгә киске сәғәт 7-лә Учалы ҡалаһының Мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә ҡала һәм райондың билдәле кешеләре, етәкселәр, уҡытыусылар, табиптар, ябай эшселәр мәшһүр эпостан өҙөктәр уҡыясаҡ.
Әйткәндәй, Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә "Урал батыр" әҫәре яңынан сәхнәләштерелә башлаясаҡ. Был да осраҡлы тап килеү түгелдер – Күктәр үҙе бөтә донъяның Урал батыр һүҙенә бер үк мәлдә ҡойоноуын теләгәндер!
23 майҙа иһә Учалыла “Урал батыр” – рухи мәҙәниәттең уникаль ҡомартҡыһы” темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыласаҡ. Эпос буйынса яңы эҙләнеүҙәр һәм асыштар көтөлә.