Яугир рухы мәңге үлмәҫ14.05.2014
Яугир рухы мәңге үлмәҫ
9 май иртәһендә Липецк өлкәһенең Тербуны районындағы Озерки ауылында “Тербуны сиктәре” хәрби-мемориаль комплексын асыу тантанаһы булды. Был комплекс 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡатнашҡан алыштарға арналды.

Сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Уның составына Миәкә районы хакимиәте башлығы З.Х. Насиров, хәрби хеҙмәт инвалидтарының “Берҙәмлек” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе Б.Я. Малородов инде.
Каменск-Озерки — Тербуны сигендә Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙәргә ҡуйылған был һәйкәл ғәйәт ҙур хәрби-тарихи әһәмиәткә эйә. Танктар ҡатнашлығындағы ҡаты һуғыштар тап ошо төбәктә булған.
Комплексты асыу тантанаһында Липецк өлкәһе губернаторы Олег Королев, Советтар Союзының элекке генераль прокуроры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Нюрнберг процесында СССР вәкиле, ошо төбәктә тыуып үҫкән Александр Сухарев, Липецк өлкәһе прокуроры, юстиция генерал-лейтенанты Константин Кожевников, өлкә Тәфтиш идаралығы начальнигы, ошо проектты тормошҡа ашырыуға күп көс һалған генерал-майор Анатолий Щуров, Рәсәй Геройы, осоусы-штурман, подполковник В. Богодухов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре һәм Тербуны районы етәкселеге ҡатнашты.
Хәрби-мемориаль комплекс ике гектар ерҙә, юл буйында урынлашҡан. Бәләкәй генә сиркәү, яугирҙәргә һәм Әсәгә һәйкәл, Воронеж фронтының 2-се һәм Брянск фронтының 15-се һауа армияһы осоусыларына иҫтәлекле билдә, фронт землянкаһы, сәнскеле сымдан яһалған ҡойма бар бында. Шулай уҡ ошо йылдың 24 ғинуарында ерләнгән 23 билдәһеҙ яугирҙең ҡәбере урынлашҡан.
Тантаналы митингта саҡырылған ҡунаҡтар, ойоштороусылар сығыш яһаны. Артабан ҡәберҙәргә сәскә һалынды. Сара йәмәғәтселектә һәм урындағы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда күрше ауылдарҙан, башҡа райондарҙан байтаҡ кеше йыйылды. Парашюттан һикереү, хәрби күнекмәләр ойошторолдо, балалар һауа шарҙары осорҙо.


Вернуться назад